-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғаиләләренең символы – йөрәк

“Ғаиләлә татыулыҡ булғанда, байлыҡ та кәрәкмәй”,- тиелә халыҡ мәҡәлендә. Өй эсендә бала-саға тауышы килеп торһа, был инде икеләтә бәхет. Фёдоровкала йәшәүсе Дәүләтбаевтарҙың ғаиләһе хаҡында нәҡ шулай әйтергә була.

Артур Рәзиф улына-28, Анастасия Сергеевнаға 25 йәш, икеһе лә Фёдоровкала тыуып үҫкән. Ҡатын - бөҙрәханала, ир Мәскәү ҡалаһына йөрөп эшләй.

Танышыуҙарына ете йыл инде. 13 май улар өсөн иҫтәлекле дата булып киткән. Был көндә Артур тәү тапҡыр Анастасияға һөйөүен белдергән. Шул мәлдә күктә болоттарҙан йөрәк һүрәте барлыҡҡа килгән. Үҙҙәре әйтеүенсә, был бер билдә һымаҡ булған. Бер-береһенең хистәрен тикшергәндән һуң, өйләнешергә булғандар. Ике йыл Настяның ата-әсәһе менән йәшәгәндәр. Шунан йәш ғаилә әсәлек капиталына йорт һатып алған. Дәүләтбаевтарҙың ике балалары үҫеп килә, матурҡайҙары- Анюта һәм тиктормаҫ улдары Артем. Ҡыҙҙарына-алты йәш, улдарына йәш ярым.

Әсәйҙәре эштә булғанда, атайҙарының мәшәҡәте күп, балалары менән көн үткәрә, шул уҡ ваҡытта мунса төҙөргә лә өлгөрә. Үҙ йортоңда эш бөтөрлөк түгел... Киләһе ялында Артур йортонда балалар майҙансығы төҙөргә ниәтләй. “Иремдең яратҡан шөғөлө ул төҙөлөш,- ти ғорурлыҡ менән ҡатын. Бөтәһен дә үҙе эшләй. Йәйен ҡәйнәһенә йорт күтәрешергә ярҙам итте”.

Ҙур баҡса ла иғтибар талап итә. Унда йәшелсәләр, емештәр үҫә.

Тырыш хужабикәнең ҡулынан килмәгән эше юҡ. Ғәҙәттә, бүләккә әйберҙәр бәйләй. Декрет ялында ултырғанда 70 мунсала бәйләгән. Мәктәп- студент йылдарында ул спорт менән мауыҡҡан, волейбол, еңел атлетика менән шөғөлләнгән. Аш-һыуға оҫталығын күрһәгеҙ!

Ҡыҙы ла әсәһенән ҡалышмай, мулине менән матур картиналар сигә. Улдары бик бөтмөр, йүгереп туймай, үҙенсә ләпелдәгән була.

Балаларына атай кеше йомшағыраҡ, айырыуса ҡыҙына, әсәйҙәре талапсан тәрбиәсе. Өләсәйҙәре лә ейәндәрен яратып туймай, тәрбиәләшергә ярҙам итәләр.

Дәүләтбаевтарҙың ғаиләһе машина һатып алыу һәм диңгеҙгә ял итергә барыу хыялы менән йәшәй. Уларға сәләмәтлек һәм хыялдарының бойомға ашыуын теләйбеҙ.


Оксана БУРКИНА.

Фото ғаилә

альбомынан.
Читайте нас: