-5 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Балалары- төп байлыҡтары

Ғаиләнән башҡа кем инде йылылыҡ бирергә мөмкин? Яратҡан кешеңдең ҡосаҡ йылыһынан, балалар наҙынан, яҡындарҙың күңел матурлығынан да ҡәҙерлерәк бер нимә лә юҡтыр донъяла. Шул саҡта эшләге, ғаиләңдә именлек булдырғы килә.

Фәнүр Тәлғәт улы менән Гөлнара Йәғәфәр ҡыҙы Хөсәйеновтарҙың ғаиләһе нәҡ шундай- изгелекле, тормош яратыусан, күтәренке кәйефле һәм ҡунаҡсылдар.

Ғаиләләренең барлыҡҡа килеүе шунан башланған. Мәктәп йылдарында Гөлнара Әтәс ауылына өләсәһенә ҡунаҡҡа ҡайтып йөрөгән. Үҙе Гончаровкала йәшәгән. Ул саҡта Фәнүр Әтәс мәктәбендә уҡыған. Егет Мурманск өлкәһе Североморск ҡалаһында яр һағында хеҙмәт итеп ҡатҡас, йәштәр бер йылдан һуң өйләнешкән.

Һуңғы йылдарҙа ҡатын Әтәс ауылы “Тамсыҡай” балалар баҡсаһында хужалыҡ мөдире булып эшләгән. Баҡса ябылғас, 2014 йылдан Гөлнара Йәғәфәр ҡыҙы өйҙәге эштәре менән булаша. Ире Фәнүр Балыҡлы крәҫтиән-фермер хужалығында тракторсы булып эшләгән, ул тарҡалғас, балта һәм иретеп-йәбештереү эштәре менән шөғөлләнә башлаған.

Үҙ көстәре менән иркен йорт һалып ингәндәр. Бына инде 23 йыл унда бәхетле ғүмер итәләр. Өс улдары бер ҡыҙҙары бар.

Оло улдары Фәдискә 25 йәш. Ул механик белгеслеге буйынса Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. Армияла механик- водитель, танкист булып хеҙмәт иткән. Икенсе улдары Динарға- 23 йәш. Шул уҡ уҡыу йортонда ул ветеринария табибына уҡып сыҡҡан. Бурятияла хеҙмәт иткән. Икеһе лә Себерҙә эшләй. Киң күңелле ир менән ҡатын тәрбиәгә ике бала алып, күңел йылыһын улар менән дә бүлешә. Родионға (уны үҙ-ара Радик тип йөрөтәләр)12 йәш, бишенсе синыфты тамамлаған. Ул балыҡ тоторға, футбол, хоккей уйнарға, саңғы шыуырға ярата, атаһының төп ярҙамсыһы. Көтөү ҙә көтә, утын да яра. Софияға 9 йәш, дүртенсе синыфҡа күсә. Әсәһенә аш әҙерләргә, һауыт-һаба йыуырға ярҙам итә. Китап, әкиәт уҡырға ярата. Радик та, София ла яҡшы уҡыйҙар. Эргәлә генә йәшәгән өләсәйҙәрендә буш ваҡыттарын үткәрергә яраталар. Тәртипле, бөхтә балалар. Беҙҙең әңгәмәләшеүебеҙҙе тыңлап, ата-әсәһе эргәһендә булдылар.

Хөсәйеновтар иртә тороп эшләргә күнеккән. Ҙур ихатала, ҙур ғаиләлә мәшәҡәттәр етерлек. Йәйен баҡса эштәре лә өҫтәлә. Ҡышҡылыҡҡа тоҙларға, маринадларға ла өлгөрөргә кәрәк. Балалары әсәһенең аш-һыуынан да тәмлерәге юҡ, тиҙәр. Ҡышҡы кистәрен Гөлнара Йәғәфәр ҡыҙы бәйләү бәйләй.

Өй эсе лә, баҡсаһы ла сәскәләргә тулған. Сәскәлектәге фонтанды хужа үҙ ҡулы менән эшләгән. Планда шарлауыҡ эшләү.

Ихата тулы мал-тыуар - һыйыр, быҙауҙар, үгеҙҙәр, ҡош-ҡорт күпләп аҫрайҙар.

Хөсәйеновтарҙың ғаиләһе менән аралашыуҙан күңелгә рәхәт булып китте. Намыҫлы ата-әсәнең балалары ла намыҫлы булыр, иншалла.


Оксана БУРКИНА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: