+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Хыялдарындағы баҡсаны үҫтергәндәр

Йорт ихатаһы - өйҙөң биҙәге. Матур һәм йыйыштырылған ишек алды унда йәшәгән тырыш кешеләр тураһында һөйләй. Ключевка ауылында йәшәүсе Исмәғилевтарҙың ихатаһында тәртип һәм матурлыҡ. Ағастар, ҡыуаҡтар, сәскәләр, йәшелсә-емеш түтәлдәре - һәр ҡайһыһы үҙ урынында. Сәскәлектәрҙәге сағыу сәскәләрҙән күҙҙе алырлыҡ түгел.

Йорт хужабикәһе Рәзилә Сәлимгәрәй ҡыҙы Аҡбулат ауылында тыуып-үҫкән. Кушнарен ауыл хужалығы техникумын тамамлаған. “Юрматы” йәмғиәтенең Ключевка бүлексәһендә бухгалтер булып эшләгән, шунан ауыл советына күскән.

Вәкил Муса улы Балыҡлыбаштан. Ауыл хужалығындағы хеҙмәт стажы уның ҙур. Ҡатыны эшләгән бүлексәлә идарасы булып эшләгән. Икеһе лә эшһөйәр, дисциплиналы. Эштә лә тәртипкә күнеккәндәр, пенсияға сыҡҡас та шулай йәшәргә тырышалар.

Ключевкаға Исмәғилевтар 25 йыл элек күсенгән. Шунда уҡ йәш саҡтарында хыялланған баҡсаны үҫтерергә ҡарар иткәндәр. Иң тәүҙә алмағас ултыртҡандар. Уның емешенә күптән туйынып йәшәйҙәр.

Был татыу ғаиләлә бөтә эштәр ҙә уртаҡ башҡарылһа ла, һәр ҡайһыһының үҙ мауығыуы, бурысы бар. Беҙ килгәндә Рәзилә Сәлимгәрәй ҡыҙы компот ҡайната ине.

-Баҡса еләгенән ҡайнатма ҡайнатыуҙан башлағайным, әле сейә, ҡарағат һәм крыжовник өлгөрҙө. Тиҙҙән алма, слива, терн бешә, уңышты йыйып өлгөр генә,-тине ул.

Иң беренсе тәмләп ҡараусы- ейәндәре Радмир, ул ағаһы Камил менән йәйен бында үткәрә.

-Өләсәй, компот һалып бир әле, - тине ул һүҙебеҙҙе бүлдереп. Малай компотты эсте лә уйнарға сапты. Барлығы уларҙың биш ейәне бар.

-Балалар күптән үҫте инде, үҙ юлы менән китте. Өлкән ҡыҙыбыҙ Гөлназ Себерҙә эшләй һәм йәшәй, Илшат та вахта ысулы менән эшләй, кесе улыбыҙ Илнур Стәрлетамаҡта. Йыш ҡайтып йөрөйҙәр, ейәндәр беҙҙең эргәлә.

Рәзилә Сәлимгәрәй ҡыҙы бөтә эшендә лә иренең ышаныслы ярҙамсыһы булыуын әйтте. Уның ҡулынан килмәгән эше юҡ. Бензобысҡыны ла, кер йыуыу машинаһын да ремонтлай. Күршеләр көнкүреш техникаһын ремонтлап биреүен үтенеп инә. Баҡсаға һыу һибеү өсөн дә ҡул аҫтындағы материалдарҙан махсус ҡоролма эшләгән. Скважинанан һалҡын һыу бүлмә температураһына етерлек йылынып, һауытҡа аға. Шунан һауыттан шланг ярҙамында һыу һибергә була. Ауыр лейка күтәреп йөрөйһө юҡ. Вәкил Муса улы виноград үҫтерә. Матур беседкаға виноград үҫентеләре үрелеп үҫә. Уның күләгәһендә эҫе көндә ял итергә мөмкин.

Ихаталарында Имсәғилевтар ҡош-ҡорт аҫрай. Балаларҙы тәмлекәстәр менән һыйларға кәрәк тә инде.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: