-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Ғүмере спортҡа бәйле

Кеше ғүмерендә физкультура һәм спорттың әһәмиәтен аңлатыуы ауыр. Спорт кешеләргә сәләмәтлек, матурлыҡ өҫтәй, холҡон нығыта, ауырлыҡтарҙы еңергә өйрәтә. Һуңғы ваҡытта сәләмәт тормош рәүеше һәм спорт менән даими шөғөлләнеү модаға инеп барыуы ҡыуаныслы. Сөнки сәләмәтлек- тормош сифатының иң әһәмиәтле факторы.

Физкультура уҡытыусыһы Искәндәр Минегәрәй улы Мөрсәлимов күҙ алдыма иҫәнлеге ташып торған, мыҡты кәүҙәле, сәләмәт тормош рәүеше алып барыусы кеше булып килеп баҫты.

Ул Калининград ҡалаһында десант ҡоролмаһы һәм авиация ҡоралдары механигы булып армия хеҙмәтен үткән. 1990 йылда Күмертау педагогия техникумында физкультура уҡытыусыһына уҡып сыҡҡан. Эш стажы 29 йыл тәшкил итә. Хеҙмәт баҫҡысын Өсбүләк мәктәбендә физкультура уҡытыусыһы булып башлаған, артабан Гончаровка мәктәбендә эшләгән. Һуңынан, ғаилә ҡороп, Фёдоровкала йәшәй башлаған, Фёдоровка 2-се мәктәбенә эшкә күскән. Эшләү дәүерендә һөнәри уңыштары ла байтаҡ булған. Уҡыусылары төрлө республика ярыштарында ҡатнашҡан, волейбол буйынса район ярыштары еңеүселәре булған. Бөгөн дә алдынғы урындарҙы биләйҙәр.

Ир-атҡа көс һәм еңеү өсөн ғаилә ярҙамы мөһим. Ҡатыны Светлана Рәжәп ҡыҙы Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы бүлексәһендә анализлау һәм планлаштырыу буйынса өлкән инспектор. Өс бала- ике ҡыҙ һәм бер ул тәрбиәләйҙәр. Өлкән ҡыҙҙары Ләйсән Рәсәй кооператив университетының “Таможня эше” белгеслеге буйынса икенсе курсты тамамлаған. Уртансы ҡыҙҙары Индира 10 синыфты тамамлаған, тик яҡшы билдәләренә генә уҡый, кескәйҙәре Динияр Фёдоровка 2-се мәктәбенең беренсе синыфын тамамлаған, бәлки, атаһы юлын дауам итер. Әле шахматтар менән мауыға.

Яратҡан эшенә Искәндәр Минегәрәй улы бөтә күңелен һала. Киләсәктә лә хәрәкәткә һәм гармониялы үҫешкә ынтылышы һаҡланып ҡалыуын теләйбеҙ.


Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: