Ауыл тормошоноң еңел түгеллеге һәр кемгә мәғлүм. Бында тик тырыш, түҙемле, көслө рухлы кешеләр генә йәшәй ала. Игорь Александрович менән Кристина Алексеевна нәҡ шундайҙар.
Йәш ғаилә башлығы ошо ауылда тыуып үҫкән. Ата-әсәһе ябай ауыл кешеләре, ғүмерҙәрен ауыл хужалығында эшләүгә бағышлаған. Александр Васильевич-механизатор, Светлана Николаевна- быҙау ҡараусы. Игорь ҙә улар һымаҡ тормошон ауыл менән бәйләргә булған, Стәрлетамаҡ ауыл хужалығы техникумына инженер-механик белгеслегенә уҡырға ингән. Унда буласаҡ ҡатыны менән танышҡан.
Кристина Ауырғаҙы районы Бишҡайын ауылынан. Был ауыл биләмәһендә күпселектә аграр секторҙа мәшғүлдәр, шуға ла ҡыҙ агроном һөнәрен һайлаған. Ғашиҡтар уҡырға ла, аралашырға ла өлгөргән. Ике йыл дуҫлашып йөрөгәндән һуң, өйләнешергә ҡарар иткәндәр.
Александр Васильевич менән Светлана Николаевна киленде шатланып ҡаршы алғандар. Эшһөйәр, баҫалҡы ҡыҙ уларҙың күңеленә хуш килгән. Алты йыл бер түбә аҫтында йәшәйҙәр, бик яҡын кешеләр булып киткәндәр. Туғандарына ҡунаҡҡа барғас, оҙаҡ тормай, ашҡынып ҡайтып етә.
Ата-әсәләре менән йәштәр татыу йәшәй, уларға бер ҡыйынлыҡ та килтермәйҙәр. Ғаилә бюджетын икәүләшеп туплайҙар. Игорь “Азат” йәмғиәтендә трактор бригадаһы бригадиры булып эшләй. Бер юлы БДАУ-ла ситтән тороп белем алған. Кристина Өфөлә бухгалтер курстарын тамамлаған. Бер нисә йыл ире эшләгән хужалыҡта эшләгән, шунан кадрҙар бүлегенә эшкә күсерелгән.
Мул тормошта йәшәү өсөн Семеновтар күпләп мал-тыуар, ҡош-ҡорт аҫрай. Ауылда унһыҙ булмай. Мәшәҡәттәр күп булһа ла, һөҙөмтәһе ҡыуанырлыҡ. Шуға баҡсала үҫтергән йәшелсә-емеште лә ҡушһаң, ғаилә бюджеты өсөн бик тә ярап ҡала. Йәштәр ауыр эштән ҡурҡмайҙар, киләсәккә ышаныс менән ҡарайҙар.
Ата-әсәнең ҡыуанысы- ҡыҙҙары һәм улдары үҫеп килә. Биш йәшлек Эрик ҙур теләк менән балалар баҡсаһына йөрөй, әсәһенә ярҙам итергә тырыша, уның менән хәрефтәр-һандар өйрәнә, мәктәпкә барырға әҙерләнә, 20-гә тиклем һанай белә. Ҡыҙҙары Марина быйыл июндә генә тыуған. Семеновтарҙың уңайлы йорто йылылыҡҡа сорналған, бала тауышынан гөр килеп тора, айырыуса йәйен. Игорьҙың апаһы Анастасия балалары Арина һәм Саша менән Мәләүездән ҡунаҡҡа ҡайта. Шул саҡта ярҙамсылар ҙа арта.
Игорь Александрович өсөнсө йыл ураҡта ҡатнаша. Уға “Акрос-550” иген йыйыу комбайны беркетелгән. Йәйен механизаторҙың өйөндә булырға ваҡыты юҡ, әммә эштәр тамамланыу менән ул ата-әсәһенә, ҡатынына ярҙам итергә, балалары менән ваҡытын үткәрергә ашҡына. Ауыр игенсе һөнәрен һайлауына бер ҙә үкенмәй. Тырышып эшләргә, ялҡауланмаҫҡа кәрәк, ул саҡта күрһәткестәр ҙә яҡшы, эш хаҡы ла лайыҡлы буласаҡ, ти ул.
Тормошта һәр кем үҙ юлын үҙе таба. Семеновтарҙың йәш ғаиләһе лә үҙҙәренә нәҡ шундайҙы һайлаған, көндәлек хеҙмәттәре менән бөгөнгө һәм киләсәк көндәрен тәьмин итәләр.