Ольга Николаевна һөнәре буйынса бухгалтер- иҡтисадсы, Мәскәү технология һәм идаралыҡ университетының Мәләүез филиалын тамамлаған. Бөгөн Дедово ауыл мәҙәниәт йорто мөдире булып эшләй. Был әүҙем ҡатындың етмәгән ере юҡ. 2014 йылда “Күтәренке кәйеф оҫтаһы” район конкурсында ҡатнашып, “Импровизация мастеры” номинацияһында еңеү яулаған. Быйыл йәй Алешкин ауыл клубы мөдире менән Өфөлә милли кейемдәр байрамында ҡатнашҡан, мордва костюмдарын күрһәткәндәр.
Өйөндә ул һөйөклө ҡатын, ҡулында ут янып торған хәстәрлекле әсә. Ҡышҡы оҙон кистәрҙә балаларына йылы башлыҡтар, кофталар бәйләй, матур салфеткалар сигә, быйыл алмаз менән сигеүгә өйрәнгән. Эштәрен район күргәҙмәһендә күрһәткән. Йәйен ҡышҡылыҡҡа тоҙлау-ҡайнатыу эштәре менән мәшғүл. Балалары әсәйҙәренең аш-һыуын бик ярата.
Ольганың ире төҙөүсе. Былтыр Мәләүез ҡалаһындағы үҙ бригадаһы менән Фёдоровка ауылы, Социалистик урамындағы йортто тышлағандар. “Иремдең ҡулынан килмәгән эше юҡ”,- ти ҡатын. Өй ҙә, мунса ла төҙөй, кәрәк икән тимер ҡапҡа ла яһай. Ауылдаштарының да үтенесен кире ҡаҡмай. Сөнки яратҡан эшенән һәр саҡ ҡәнәғәтлек кисерә, өҫтәүенә ғаилә бюджетына килем дә килтерә.
Был пар тырышлыҡтары, изге күңелле булыуҙары менән айырылып тора, балаларын бик яраталар.
Мичуриндарҙың ике ҡыҙы, бер улдары бар. Өлкәндәре Настя тырыш, аҡыллы. Ике йыл элек БДУ Стәрлетамаҡ филиалының ике факультетына уҡырға ингән, тәүгеһе- тәбиғи- ғилми, икенсеһе юридик факультет. Киләсәктә яҡшы юрист булырға уйлай. Быйыл автомобиль йөрөтөүгә хоҡуҡ алған. Афарин, ҡыҙға! Нимә тиһең инде.
Улдары Александр туғыҙынсы синыфта яҡшы уҡый, апаһынан ҡалышмай, ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙам итә. Атайҙары өйҙә булмағанда бөтә хужалыҡ мәшәҡәттәре уның иңендә. Буш ваҡытында балыҡҡа йөрөй, яҡындарын үҙе тотҡан балыҡ менән һыйлай.
Кеселәре Даша иң яратҡандары. Йырларға, бейергә әүәҫ. Бәләкәй булыуына ҡарамаҫтан (3 йәш), быйыл әсәһе әҙерләгән байрам сараһында ҡатнашҡан, тамашасыларҙың көслө алҡыштарын яулаған.
Был йортта йәнә бер ҡыҙ- туғандары Ксения тәрбиәләнә. Мичуриндар уны 4 йыл элек үҙҙәренең ҡанат аҫтына алған. Ауыр тормош хәлендә ҡалған ҡыҙ яңы ғаиләһенә тиҙ күнеккән. Ярҙам итергә генә тора, һауыт-һаба, иҙән йыуа, туғандарын борсомаҫҡа тырыша, яҡшы уҡый, буш ваҡытында алмаз менән сигә, һеңлеһен ҡараша.
Иркен, уңайлы йортта һәр кемгә лә урын бар. Ирле-ҡатынлы Мичуриндар Ольганың насар күргән өләсәһен дә алып килгәндәр һәм 8 йыл буйы ҡарағандар.
Ольга менән Юра үҙҙәре лә күп балалы ғаиләлә үҫкән, күпселек кешеләр һымаҡ, тыуған ауылдарын ташлап китмәгән, тыуған ерҙәрендә ҡалып, уның именлеге өсөн тырышып көн итәләр. Улар өсөн иң мөһиме- яҡындарын хәстәрләү, намыҫлы балалар тәрбиәләү.