-4 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
11 Сентябрь 2018, 11:24

Ғаилә усағы йөрәк йылыһын һаҡлай

Ғаилә- кешеләрҙең бер-береһен көтөп алған, ярҙам иткән, яратҡан берләшмәһе. Һәр кем үҙ ғаиләһенең ҡәҙерен белә, унда ышаныс, яҡлау таба. Шуға күрә йәшәге, эшләге, әүҙем тормош позициялы булғы, ғаилә именлеге өсөн тырышҡы, үҙең йәшәгән ауылға файҙа килтерге килә. Ғаилә бәхетенең нимәлә булыуын Бала Сытырман ауылында йәшәүсе Сәғитовтар яҡшы аңлай.

Диас Энвер улы менән Гөлнур Малик ҡыҙы мәктәп йылдарында танышҡан. Ҡыҙ Златоуст ауылынан күсенеп килеп, ауылдағы мәктәптең 11 синыфында уҡый башлаған. Егет Бала Сытырманда йәшәгән. Бер йыл осрашып йөрөгәндән һуң, Диас ҡыҙға өйләнешергә тәҡдим яһаған. Өйләнешкәс, йорт һатып алғандар, үҙҙәре теләгәнсә йыһазландырғандар, төҙөкләндергәндәр. Тәүге биш йылдарын ҡәйнәһе менән бергә йәшәгәндәр, Гөлнур уға сикһеҙ рәхмәтле.

Шунан бирле 19 йыл инде татыу ғүмер итә улар. Әле ир Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районындағы бүлексәһендә ЮХХДИ бүлеге начальнигы булып эшләй. Ҡатын- Бала Сытырманда “Колос” магазины мөдире.

Сәғитовтарҙың татыу, тырыш ғаиләһендә өс бала үҫә. Ҡыҙҙары Аделинаға 18 йәш, Стәрлетамаҡ медицина колледжына теш технигы белгеслегенә уҡырға ингән. “Атай-әсәһенең тештәре сәләмәт буласаҡ”,- тип йылмая әсәһе Гөлнур. Ҡыҙҙары Розалина 7 синыфта уҡый. Төрлө сараларҙа һәм Бала Сытырман күп функциялы клубында “Умырзая” бейеү ансамблендә сығыш яһай, йәмәғәтселек эштәрендә әүҙем ҡатнаша. Сәғитовтарҙың нәҫелен дауам итеүсе- улдары Артур 5 синыфҡа күскән. Буласаҡ һалдат көрәш, футбол, хоккей менән шөғөлләнә.

Өсөнсө балалары тыуғас, ғаилә башлығына ер участкаһына сертификат биргәндәр. “Бала Сытырманда йәшәүе оҡшай, күсенергә теләгебеҙ юҡ”,- ти Гөлнур.

Буш ваҡыттарында Сәғитовтар тәбиғәткә сығып, көндәлек мәшәҡәттәрҙән ял итергә, бергәләшеп ваҡыт үткәрергә ярата. Ҡышын саңғыға баҫалар. “Бушыраҡ ваҡыт күберәк булһын ине лә бит, сәскә үҫтерергә яратам, балалар менән дә оҙағыраҡ булыр инем”,- ти хужабикә.

Диас Энвер улының үҙ хоббиһы. Ул бик моңло тауышлы. Полиция көнөнә бағышланған бер сара ла уның ҡатнашлығынан башҡа үтмәй. Йыл да коллегелары менән ул республикабыҙҙың төрлө район- ҡалаларында уҙған смотр-фестивалдәрҙә сығыш яһайҙар, призлы урындар яулайҙар. Оло ҡыҙы менән бергә йырлауы сараға йәм өҫтәй.

Улар һәр кемгә өй эстәренең бала тауышынан шау-гөр килеп тороуын, туғандары, яҡындары менән йышыраҡ осрашыуҙарын, сәләмәт, әүҙем, бәхетле булыуҙарын теләне.


Оксана БУРКИНА.


Фото ғаилә альбомынан.
Читайте нас: