+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
14 Сентябрь 2018, 11:13

Күңел биреп эшләһәң, эш ырамлы бара

БР “Стәрлетамаҡ урман хужалығы” дәүләт учреждениеһы механизаторы Дмитрий Фёдорочев йәйен ағас тарттырыу һәм урман ташыу менән мәшғүл, ҡышын үҙенә ышанып тапшырылған техникаһын киләһе осорға әҙерләй. Ул урманда трактор менән оҫта идара итә һәм быға ул “эшкә булған ҡыҙыҡһыныуым һәм теләгем арҡаһында ирештем”, тип һанай.

Дмитрий Салауат ҡалаһында тыуған. Бәләкәй сағында ата-әсәһе менән Делово ауылына күсенгәндәр. Мәктәпте тамамлағандан һуң автомеханик һәм тракторсы-машинист һөнәрен үҙләштергән. Райондың ауыл хужалығы предприятиеларының береһендә производство практикаһын уңышлы үткән. Армия сафында хеҙмәтен тултырып ҡайтҡандан һуң, егет йәнә ҡала тормошон үҙ иткән. Бер нисә йыл юл хеҙмәтендә эшләгән, ғаилә ҡорған. Федорочевтарҙың ике улы бар. Өлкән улдары Даниилға –алты, ә Егорға өс йәш. Ҡаланың газлы һауаһы насар тәьҫир иткәнгә күрә, табиптар экологик таҙа ергә күсергә кәңәш итә. Шулай эшләйҙәр ҙә. Йәш ғаилә Федоровкала ваҡытлыса торлаҡта йәшәй, киләсәктә үҙ йорттарын төҙөү хыялы менән яна.

Дарья Алексеевна ҡала мөхитен ауыл тормошона алмаштырыуына бер ҙә үкенмәй. Салауат ҡалаһында ул флорист булып эшләгән, унан һуң тырнаҡ сервисы хеҙмәттәрен үҙләштергән. Федоровкала ошо һөнәр буйынса эшкә урынлашҡан. Дмитрий Сергеевич та күңеленә оҡшаған эшен тапҡан- урман хужалығын үҙ иткән. Әңгәмәбеҙ барышында ул урманды яратыуын әйтте, сөнки ул йылдың һәр миҙгелендә лә матур һәм һоҡланырлыҡ. Тәбиғәт ҡосағында ир ваҡыт үткәнен һиҙмәй ҙә ҡала. Дмитрий урман хужалығында икенсе йыл хеҙмәт итә, был арала үҙен яҡшы яҡтан ғына күрһәткән.

- Тырыш, һөнәри яҡтан оҫта, техникаға һаҡсыл ҡарашта. Ағас сығарыуҙа һәм ташыуҙа яҡшы күрһәткестәргә ирешә,- тине уның тураһында БР “Стәрлетамаҡ урман хужалығы” дәүләт идаралығының Федоровка участкаһы начальнигы И. М. Рогожа. Дмитрийҙы коллегалары ла хөрмәт итә, яуаплы, эште еренә еткереп башҡара, тиҙәр.

Урмансылар хеҙмәте еңелдән һаналмай, ә тәбиғәткә бәйле булыу- урман хужалығы хеҙмәткәрҙәренең айырмалы үҙенсәлеге булып тора. Был тармаҡта осраҡлы кеше эшләмәй. Бында һәр кем үҙ бурысын күңелен биреп башҡара, шуға ла уңышҡа ирешәләр.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: