+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
18 Сентябрь 2018, 11:31

Тормошҡа һәм бер-береһенә ғашиҡтар

Клубта дәртле көй яңғырай. Парлы бейеү көйө ҡуйылғас, ҡыҙ етди рәүештә егет янына бара. Егет: «Ҡара әле, ниндәй сая ҡыҙ”,-тип уйлап ҡуя... Бына шул ваҡыттан бирле улар бергә.

Илнур Хәмит улы был уңған ҡыҙҙы осратыуына бер ҙә үкенмәгән. Йылдар үткән һайын Эльвира Мөхәмәт ҡыҙы хәстәрлекле ҡатын, наҙлы һәм иғтибарлы әсәй була белеүен дә иҫбатлаған.

Улар икеһе лә Аҡбулат ауылында тыуып үҫкән. Мәктәп йылдары һиҙелмәй ҙә үтеп киткән. Тәүҙә егет Дедоволағы 92-се һөнәрселек училищеһында тракторсыға уҡып сыҡҡан. Шунан әрмегә саҡырылған - тәүҙә Мәскәү янында, шунан Чечняла хеҙмәт иткән. Хеҙмәтен тултырып ҡайтҡас ғаилә ҡорған.

Әле Эльвира Рәсәй Эске эштәр министрлығы Фёдоровка районындағы бүлексәһенең миграция мәсьәләләре буйынса бүлексәһендә белгес булып эшләй, ә Илнур - шул уҡ ойошмала водитель.

Йосоповтар ғаиләһендә бөркөттәй ике ул тәрбиәләнә. Өлкәндәре Данир Фёдоровка 1-се мәктәбенең бишенсе синыфында уҡый. Ул бик етди, уйсан егет, футбол менән шөғөлләнергә теләй. Элек шахмат уйнарға яратҡан, хәҙер рәсем төшөрөүгә өҫтөнлөк бирә. Күпте белеп-күреп ҡалырға тырышҡан Илдан «Ҡыңғырау» балалар баҡсаһының өлкән төркөмөндә шөғөлләнә. Йәш ата-әсә балаларын бәләкәй сағынан уҡ эшкә өйрәтеп үҫтерә, сөнки хеҙмәт һәр кемде лә сыныҡтыра, оло тормошҡа өйрәтә.

Йосоповтарҙың ата-әсәһе лә ярҙамынан ҡалдырмай. Өләсәйҙәре ейәндәрен тәрбиәләшә. «Ауыл ерендә, бигерәк тә үҙ өйөндә йәшәгән йәштәргә өлкәндәрҙең кәңәштәре, ярҙамы бик кәрәк инде ул», - ти ғаилә башлығы.

Училищела алған белеме Илнурға тормошта бик тә ярҙам итә. Хәҙер тракторһыҙ баҡса сәсеүе лә, малға аҙыҡ әҙерләүе лә ауыр бит. Был ғаиләнең ихаталағы эше етерлек шул! Эштән һуң баҡса мәшәҡәттәре менән булырға яраталар, аҙбарҙағы бихисап эштәренә лә өлгөрәләр. Ата-әсәһенә йорт-ҡура эштәрендә Данир менән Илдан да булыша. Һыйырҙар, таналар, себештәр, өйрәктәр - бараһы ла иғтибар, хәстәрлек, ваҡыт һәм көс талап итә бит. Һәр эште лә бергәләп башҡарып өйрәнгән был ғаилә бар ергә лә өлгөрә, тормоштарын етеш итеп йәшәй белә.Уларҙың һәр иртәһе өҫтәлдәге йылы һөттән һәм наҙлы ҡараштарҙан башлана.

Минең район гәзитен алдырып уҡыйһығыҙмы һуң, тигән һорауыма хужабикә интернеттан уҡыуын белдерҙе. Һәм баҫмабыҙҙа балалар өсөн ҡыҙыҡлы һәм файҙалы материалдар, үҙе өсөн - төрлө аш-һыу әҙерләү рецепттары булһын ине, тигән теләген белдерҙе.

Бер-береһен ярты һүҙҙән аңлау, түҙемлек, ихтирамлы мөнәсәбәт - был ғаилә ағзаларын берләштерә һәм татыу ғүмер итеүгә булышлыҡ итә. Йосоповтар йәштәргә дөрөҫ тәрбиәле балалар үҫтереп, мал аҫрап, балалар өсөн етеш тормош булдырып йәшәргә кәңәш итә. Ауыл ғаиләһе тап шундай булырға тейештер ҙә инде.


Оксана БУРКИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: