-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
18 Сентябрь 2018, 11:30

Улдары - терәге һәм таянысы

Батыр ауылынан фермер Йәмил Ильясов менән ҡыҙыу ураҡ мәлендә осрашып һөйләшкәйнек. Ул саҡта фермер улдары менән иген таҙартҡыс аша һоло уңышын үткәрә ине.

Фотоға төшөрөргә ниәтләүебеҙҙе күргәс, кесе улы Тимур:

-Эх, күрмәй ҡалдығыҙ бындағы игенде. Тау-тау булып өйөлөп торҙо! Һоҡланырлыҡ ине. Әле бер ни ҙә күренмәй бит, -тип әйтеп һалды...

Эйе, уңыш яҡшы булған - ужым арышы гектарынан 30 центнер, һоло- бер әйләнештән 20 центнерҙан ашыу. Орлоҡ материалын сорттарға бүлгәс, ҡалғанын Йәмил Кәфил улы һаҡлауға келәттәргә һалған, арышты ауылдаштары һатып алып бөткән. Яңы орлоҡ һатып алған, сығымдары ҡапланған.

Фермер хужалығында бойҙай ҙа йыйылған, туңға һөрөлгән, был ваҡытҡа 70 гектарҙа ужым арышы ла сәселгән. Һауа торошо мөһим эштәрҙе башҡарыу мөмкинлеген биргән.

60 гектар баҫыуҙа көнбағыш өлгөрөп ултыра. Фермер әле үҙ ихатаһындағы малдарға мал аҙығы әҙерләү менән мәшғүл. Ихатала мал-тыуарһыҙ була тиме ни. Бында ҡатыны Гөлшат -ҙур ярҙамсыһы, ул тормош иптәшенең һәр эш ниәтен аңлап ҡабул итә һәм булышлыҡ итеп тора.

Хужабикә йорт эштәренең күпселек өлөшөн үҙе башҡара- балаларын, ирен хәстәрләү уның иңендә, ҡатын-ҡыҙ эше лә етерлек. Ауылда уларҙы татыу, эшһөйәр, булдыҡлы, тырыш ғаилә, тип ҡылыҡһырланылар. Бөтә эште лә бергә эшләп күнеккән улар, улдарын бәләкәйҙән эшкә өйрәткәндәр, үҙаллылар, яуаплылар. Ильясовтарҙың һәр береһенең үҙ бурысы бар.

Ғаиләлә шундай мөнәсәбәт булғанда бер нимәнән дә ҡурҡаһы юҡ. Шуға ғаилә бәхетле лә, ныҡ та.

Динар менән Тимур ата-әсә йортонан сығып киткән булһа ла, каникул ваҡытын атайҙары эргәһендә үткәрә. Һәр ҡайһыһы мәктәпте уңышлы тамамлап, күңеленә оҡшаған һөнәрен һайлаған. Өлкәндәре Динар - Стәрлетамаҡта, Тимур Мәләүездә уҡый. Белем алырға кәрәк, тип һанай улар, сөнки атайҙарының юғары белеме тормошта бик ярап ҡуйған. Йәмил Кәфил улының атаһы Кәфил бабай ҙа, әсәһе Рәйлә апай ҙа, ул үҙе лә эшҡыуар- фермер булып китермен, тип уйламағандыр ҙа, бәлки.

Ысынлап та, тормошта барыһы ла үҙгәрә. Әммә ата-әсәйең кескенәнән күңелеңә һалған ныҡлы тәрбиә, белем ғүмер юлында мотлаҡ кәрәгә, ярҙам итә.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: