-6 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
25 Сентябрь 2018, 11:10

Кешенең йәше мауығыуҙарына ҡамасауламай

Юртаева Валентина Николаевна бик әүҙем, оптимистик характерлы ҡатын. Уның яратҡан шөғөлдәре һәм мауығыуҙары күп, шуға ла хаҡлы ялда ла бойоғоп ултырмай.

Ул Алешкин ауылында тыуып үҫкән. Туғыҙынсы синыфты тамамлағандан һуң Аксёново ауыл хужалығы техникумында белем алған һәм бер нисә йыл “Магнитогорск” колхозында эшләгән. Фермала эшләп йөрөгән сағында бер юлы Ырымбур юғары уҡыу йорттарының береһендә иҡтисадсы белгеслегенә ситтән тороп уҡыған. Буласаҡ тормош иптәшен – Пётр Петровичты ла үҙ ауылында осратҡан, ул ваҡытта ул “Магнитогорск” колхозы рәйесе булған. Йәш ғаилә ике балаға – Александр менән Ольгаға ғүмер бирә.

Юртаевтар Фёдоровкаға күскәндән һуң Валентина Николаевна эшен алмаштыра. Хаҡлы ялға сыҡҡансы коммуналь хужалыҡта иҡтисадсы булып эшләгән. Беренсе ҡарашҡа ғына был эш анһат һымаҡ. Ысынында Валентина Николаевна иртәнән кискә тиклем башын да күтәрмәйенсә ҡағыҙ эше менән булған. Һәр эште ваҡытында һәм сифатлы итеп башҡарған, райондың йәмәғәтселек тормошонда ла ҡатнашып өлгөргән, төрлө концерттарҙа йырлаған.

Хаҡлы ялдамын әле, тип өйҙә ултырырға күнекмәгән был ҡатын. Бер нисә йыл “Лаймарне” мордва триоһы ағзаһы булған. Хәҙер инде “Зорька золотая” вокаль ансамбле составында район мәҙәниәт йортонда рус һәм мордва телдәрендә йырҙар башҡара. Музыкаль коллектив “Уңыш юлдары буйлап” халыҡ-ара конкурсында өсөнсө дәрәжә лауреат булды. Был сара Ҡырымда, Алушта ҡалаһында үткәрелгән.

Валентина Николаевна сәләмәт тормош рәүеше алып бара, көн һайын иртән зарядка эшләй. Ул сәскәләр үҫтерергә лә, сигергә-бәйләргә лә, бәлештәр бешерергә һәм сәйәхәт итергә лә бик ярата. Санкт-Петербургта булған инде, республикабыҙҙың һәм илебеҙҙең башҡа ҡалаларында ла булырға хыяллана. Әлеге көҙгө көндәрҙә ансамблдәренең репитициялары башланған да инде. “Зорька золотая” ансамбле үҙенең яратҡан тамашасылары өсөн яңы концерт номерҙары әҙерләй.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Автор фотоһы.
Читайте нас: