+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
28 Сентябрь 2018, 11:20

Бар булмышы уның – ихласлыҡ

“Шулай икән шул”,-тиер ине уның тормош юлын, яҙмышын белгән һәр кем. Ундағы аҡыллылыҡты, зирәклекте, булдыҡлылыҡты бер нисә кешегә таратып бирһәң дә бөтмәҫ ине, буғай. Тик һәр кем дә Гәүһәр апай Иркәбаева һымаҡ уҡ күп изге эш башҡара алыр инеме икән һуң, бына шуныһы билдәһеҙ бит.

Беҙ уның хаҡында берәй ваҡыт ентекләберәк һөйләрбеҙ әле, тип вәғәҙә иткәйнек. Бына гәзитебеҙҙең билдәле героиняһына ла бүләк эшләр мәл етте. Гәүһәр Иркәбаева – райондың элекке алдынғы һауынсыларының береһе, “Новая жизнь” колхозының беренсе өңмеңенсеһе. Уның исеме ул саҡтағы “К победе” район гәзите биттәренән, ә портреты – райондың Почёт таҡтаһынан төшмәне.

Күп балалы әсә булараҡ 50 йәшендә хаҡлы ялға сыҡҡансы эшләгән дә, эшләгән. Уның тормошо – һынауҙарҙы һынмайынса үтеү, изгелеккә һәм матурлыҡҡа ынтылып йәшәү өлгөһө. “һуғыш балаһы” булыуы, атаһының һуғыш яланынан әйләнеп ҡайтмауы һәм бала сағынан уҡ атай наҙын күрмәй үҫеүе уның түҙемле, тырыш, көслө рухлы булыуын, тормошто яратып йәшәүен дәлилләй.

Тормош иптәше Сәйетғәли Ғөзәйер улы менән улар туғыҙ балаға ғүмер биргән. Улар 32 йыл ғына бергә йәшәп ҡалған. 16 йәшендә кейәүгә сыҡҡан, ә 48 йәшендә тол ҡатын булып ҡалған. Уға ике улын һәм ете ҡыҙын бер үҙенә уҡытырға, үҙ аллы тормош юлына сығарырға, уларҙың һәр ҡайһыһының туйын тейешенсә үткәреп, ғаилә ҡороуҙа булышырға тура килгән. Ул бер ҡасан да бирешмәгән, балаларын әҙәмсә тәрбиәләү, етеш тормошта йәшәтеү, башҡаларҙан кәм йәшәмәү өсөн тырышып эшләүен дауам иткән.

Иң яҡшы тәрбиә - ул хеҙмәт, әлбиттә, яуаплылыҡ, үҙеңдең дә өлгө булыуың. Шуға ла Гәүһәр апайҙың балалары ла, Аллаға шөкөр, һүҙ тейҙерерлек түгел. Ҡыҙы Флүрә былай ти: “Йәй көнө һауынсылар беҙҙән уларҙың урынында эшләп тороуыбыҙҙы һорап йөрөй торғайнылар. Ә беҙгә аҡса бер ҡасан да ҡамасауламай бит инде, ә эштән генә ҡурҡҡан юҡ. Шуға ла беҙҙең “Хеҙмәт кенәгәләребеҙ” мәктәп йылдарында уҡ асылған, эш стажыбыҙ ҙур”. Эшләй белгән ҡулдар һәр ерҙә лә кәрәк ул, эшләгән кеше бер ҡайҙа ла юғалып ҡалмай. Гәүһәр Ялай ҡыҙының Маҡтау грамоталары, ҡиммәтле бүләктәре лә бихисап. Бүләк сифатында бирелгән юлламалар буйынса ул Ленинградта, Мәскәүҙә, Германияла булған, Молдавиялағы һәм Башҡортостаныбыҙҙағы шифаханаларҙа ял иткән. Ун йыл рәттән район Советы депутаты булған, бер сара ла уның ҡатнашлығынан тыш үтмәгән, рәсми сараларҙа ул һәр ваҡыт президиумда ултырған.

Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, был матур, эшһөйәр ҡатынды ла яҙмыш һынауҙары урап үтмәгән – 20 йыл элек юл фажиғәһендә улы Мөнир ваҡытһыҙ һәләк булған. Башҡа балаларының иғтибары һәм хәстәрлеге уға артабан йәшәүгә көс биргән, йөрәк яраларының мәңгелек һыҙлауҙарын баҫа төшкән. Улының ҡатыны Зилә Рамазан ҡыҙы, улы менән ҡыҙы ла әле булһа уны иғтибарынан ҡалдырмай. Гәүһәр апай үҙе лә бик уңған ҡатын, ҡулынан килмәгән эше юҡ. Уның бәйләгән шәлдәре, ҡулдан теккән башҡорт милли кейемдәре әллә ниндәй күргәҙмәләрҙе лә биҙәрлек әле.

Августағы Ҡорбан ғәйете көндө лә ул үҙенең атаһы йорто нигеҙендә бөтә балаларын, ейән-ейәнсәрҙәрен, бүләләрен саҡырып, ҡөрьән уҡытҡан. Унда йәмғеһе 80-дән ашыу кеше йыйылған. Гәүһәр апай менән ҡыҙы Гөлназ Аҡсурина ҡорбан салдырғандар, барлыҡ ата-бабаларын, туғандарын - әруахтарҙы иҫкә алып доғалар уҡығандар. Быға тиклем тәүҙә нигеҙ урыны тирәһен – Яңы Яуыш ауылы эргәһендәге Биккән шишмәһе янын тәртипкә килтергәндәр. Был осрашыуҙы үткәреүҙәге ярҙамдары өсөн ул Яңы Яуыш ауылындағы балаларына, килендәренә рәхмәтле.

Гәүһәр Ялай ҡыҙының 80 йәшлек юбилейы Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы байрамы менән тап килә. Был ваҡиғаны ул Краснояр крайында, атаһы ерләнгән иптәштәр ҡәберлегендә билдәләргә уйлай. Был урынды ул ейәндәре ярҙамында эҙләп тапҡан, ике тапҡыр барып та ҡайтҡан инде. Яңы сәфәрҙәргә лә Хоҙай Тәғәлә уға иҫәнлектәр бирһен.

Гәүһәр апай – ауылдың ихтирамлы ағинәйе. Мәләүез мәҙрәсәһен тамамлаған. Хәҙер инде бөтә донъяға, балаларына, туғандарына, ауылдаштарына ла үҙ доғаларында именлектәр теләй. Һәр изге эшегеҙ тормошҡа ашһын, һау-сәләмәт булығыҙ, Гәүһәр апай.

Гөлрайхан БАҠЫЕВА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: