+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
28 Сентябрь 2018, 11:18

Эшләгәндәр бирешмәй ул

- Ауыл хужалығына эшкә хәҙер йәштәр бик килеп бармай. Бөтә ышаныс өлкән йәштәге механизаторҙарға инде. Мәҫәлән, Иван Николаевич Сидоров беҙҙә ун йылдан ашыу эшләй, бер ҡасан да һынатҡаны булманы әле, - ти Яңы Яуыш ауылындағы “Маяҡ” йәмғиәте етәксеһе Сәғит Дәүләтбаев.

Ул Кирюшкин ауылында тыуып үҫкән, хәҙер уға 72 йәш. Ауыл хужалығында 50 йылдан ашыу эшләй. Хәрби хеҙмәткә тиклем М.В. Фрунзе ис. кооперативта тракторсы булған, һуңынан “Родина” йәмғиәтендә эшләгән. Ул һәр ваҡыт иң яҡшы хеҙмәткәрҙәр иҫәбендә һәм ауыл хужалығы производствоһы алдынғыһы булған. Яҙмышы ҡушыуы буйынса Көйөргәҙе районы Марьевка ауылына күскән һәм хәҙергәсә шунда ҡатыны Зинаида Петровна менән донъя көтә. Сидоровтар биш бала тәрбиәләп үҫтергән, өс ейәндәре, шунса уҡ ейәнсәрҙәре, бер бүләләре бар.

Уңған ауыл кешеһенең йортонда ла, хужалығында ла мәшәҡәте күп. Сидоровтар ҙа аҙбарҙарында бер нисә һыйыр, быҙауҙар, сусҡалар, һарыҡтар аҫрай. Иван Николаевич балыҡҡа ла йөрөргә ярата, умарталары ла бар. Шулай булһа ла оҫта механизатор Сәғит Әсғәт улының йәмғиәттә эшләүгә саҡырыуынан баш тартмаған.

Ул элеккесә иртүк тороп эшкә бара һәм күңелен биреп эшләй, ауырлыҡтарға уфтанмай. Хеҙмәте еңелдән түгел уның. “Маяҡ” йәмғиәтендә ул бер нисә тапҡыр “Дон” комбайнында ураҡ эштәрендә ҡатнашҡан, шунан үҙйөрөшлө КПС сапҡысына күсеп ултырған. Ауыл хужалығы предприятиеһы малдарын бесән һәм һалам менән тәьмин итә. Хеҙмәт шарттарына килгәндә, улар төрлөсә булып китә - йәйге эҫелә кабинала тынсыу була, тик эште туҡтатырға ярамай, бигерәк тә һәр эш сәғәте ҡәҙерле булғанда. Техникаһы ватыла ҡалһа, ул уны үҙе йүнәтә, эшләгәндә бындай осраҡтар булмаһын өсөн иртән үк “хеҙмәт машинаһын” тикшерә, эшкә көйләй.

Иван Николаевичты беҙ МТМ биләмәһендә осраттыҡ, унда механизатор техникаһын киләһе миҙгелгә әҙерләй ине. Уның көслө ҡулдары ауыр эшкә күптән күнеккән, тракторын һәр саҡ төҙөк тоторға тырышҡан ағай һәр эшен еренә еткереп башҡара. Өйҙә ултырырға яратмай, күңеле гел эшкә ашҡына уның, буғай.

-Эш миңә үҙ көсөмә ышаныс бирә, бирешмәҫкә булышлыҡ итә,-ти ул.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: