+12 °С
Ямғыр
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
28 Сентябрь 2018, 11:19

Район гәзите менән ярты быуат бергә

Фёдоровкала йәшәүсе Валентина Голубкованы ауылдаштарының күбеһе яҡшы белә, сөнки хаҡлы ялға сыҡҡансы күп йылдар ул Дәүләт банкы мөдире булып эшләне. Ул беҙҙең гәзитте лә мәктәп йылдарынан бирле уҡый, ул ваҡытта баҫмабыҙ “К победе” тип аталған булған әле.

-Элек почта аша ниндәй генә гәзит-журналдар алдырып уҡымай инек. Улар араһында иң көтөп алынғаны – район гәзите булды. Ата-әсәйҙәр уны һәр ваҡыт алдыра, уҡый торғайны. Беҙҙә лә уҡыуға ҡыҙыҡһыныу тәрбиәләнеләр, - тип һөйләне Валентина Александровна беҙҙең менән осрашҡанда.

Геннадий Павлович менән ғаилә булдырғас та был традиция дауам иткән. “Ашҡаҙар таңдары” район гәзите – уларҙың йортонда көтөп алынған ҡунаҡ кеүек. Уны ҡулдан-ҡулға йөрөтөп уҡыйҙар, ҡайһы саҡта бәхәсләшеп тә китәләр икән. Уларға баҫмалағы мәҡәләләр, ҡотлауҙар оҡшай. Ундағы белдереүҙәр, реклама ла кәрәкле, тип иҫәпләй улар, яңылыҡтарҙы уҡып, район тормошо тураһында хәбәрҙар булабыҙ, ти Голубковтар.

-Кеше менән бер ауылда йәшәһәң дә уны белеп бөтөрөп булмай. Ә бына район гәзитенән уның хаҡында – ентеклерәк, тормошондағы ҡыҙыҡлы хәлдәрҙе лә белергә мөмкин,- ти ҡатын.- Ауылда урындағы гәзитте лә алдырмайынса йәшәп булмайҙыр ул, тип уйлайым. Бөтә кәрәкле мәғлүмәтте лә ошо баҫманан табып була бит. Гәзит төрлө ҡыҙыҡлы кешеләр, эшселәр, яҡташтарыбыҙ, элекке хеҙмәттәштәребеҙ хаҡында ла яҙа.

Валентина Александровнаның хаҡлы ялда булыуына 20 йыл инде. Ул әүҙем тормош рәүеше яҡлы. Элек мордва вокаль ансамблендә лә йырлап йөрөгән, концерттарҙа сығыш яһаған. Хәҙер йорт-ҡура мәшәҡәттәре менән көнө үтә. Йәйен баҡса эштәре баштан ашырлыҡ, ҡунаҡҡа ейәндәре ҡайтһа, мәшәҡәттәре тағы арта ғына. Тормош иптәше Геннадий Павлович менән өс ҡыҙ тәрбиәләп үҫтергәндәр. Уларҙың хәҙер дүрт ейәнсәре, ике ейәне, бер бүләсәре менән ике бүләһе бар инде.

“Ашҡаҙар таңдары” гәзитенән айырылғыһыҙ булған Валентина Александровна баҫманың бер һанын да иғтибарынан ситтә ҡалдырмай. Ошо көндәрҙә уға 75 йәш тулды. Баҫмабыҙҙың әхирәтенә сәләмәтлек, оҙон ғүмер, күңел тыныслығы, һәр ваҡыт “Ашҡаҙар таңдары” менән бергә ҡалыуын теләйбеҙ.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: