+16 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
16 Октябрь 2018, 10:57

Сәхнәлә - йондоҙ, тормошта - маяҡ

Ул үҙешмәкәр артистарҙы ижадҡа илһамландырыусы һәм әйҙәүсе булған. Үҙе лә ролдәрҙе һөнәрмәндәрсә башҡарып, ысын сәхнә йондоҙо булып балҡыған. Уның ижади оҫталығына, район мәҙәниәтенә тос өлөш индереүенә, әле булһа нәфис һүҙ оҫтаһы булып йәшәй белеүенә һоҡланмайынса булмай.

Квалификациялы мәҙәниәт хеҙмәткәренең үҙ эшен бөтә күңелен биреп башҡарыуы хаҡында тиҫтер-ауылдаштары әле булһа яҡшы хәтерләй һәм маҡтап телгә ала:

-Был беҙҙең, колхозсыларҙың, йырлап эшкә барған, ә клубтың ауыл халҡының һәм ҡунаҡтарының яратҡан ял итеү урыны булған саҡтар ине. Һәр көн ҡыҙыҡлы саралар үткәрелде, беҙ уларға рәхәтләнеп йөрөй торғайныҡ. Мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре гел төрлө байрамдар, кисәләр ойошторҙо. Киномеханик яңы фильмдары менән ҡыуаныдырыр ине. Клубта бер генә лә буш урын булмай торғайны. Ултырырға урын булмағандар баҫып ҡарай. Ә балалар бөтә тамашаларҙы ла беренсе рәт алдындағы иҙәнгә ултырып ҡараны. Ауыл клубы мөдире Фәниә Сафиулла ҡыҙы янып-көйөп эшләне. Көндөҙ- йәштәр, урта йәштәгеләр менән, кисен- ололар менән репетициялар үткәрҙе, һуңынан төн уртаһына тиклем концерттар, спектаклдәр була торғайны. Фәниә апай ойоштороп ҡына ҡалмай, үҙе лә оҫта итеп ҡатнаша ине. Өҫтәүенә, ауыл мәҙәниәт йортонда гармунсылар ансамбле ойошторолдо - был клубтың гөрләп торған сағы ине! Ҡораласыҡ артистары ауылда ғына түгел, күрше-тирә райондарҙа, бөтә республикала дан яуланы...

Фәниә Сафиулла ҡыҙы Үзбәкова Ҡораласыҡ ауылында 1938 йылдың 15 октябрендә тыуған. Ул саҡтағы бөтә балалар һымаҡ уҡ, һуғыш, һуғыштан һуңғы йылдарҙың бөтә михнәттәрен кисергән. Һуғыш уны сыныҡтырған, тырыш, маҡсатсан, ныҡыш, түҙемле, һынмаҫ рухлы булырға өйрәткән. Белемгә ынытылыуы ла көслө булған, 8 синыфты тамамлағандан һуң Стәрлетамаҡ мәҙәни- ағартыу техникумына уҡырға ингән. Өс йылдан һуң, дипломлы белгес йүнәлтмә буйынса Әтәс ауылына ҡайтҡан, унда китапханасы булып эшләгән. Шунда уҡ икенсе яртыһын - Афзалды осратҡан. Ғаиләлә өс ул- Азат, Ирек, Әнүзәр донъяға килгән. Үзбәковтар ябай ауыл тормошо менән йәшәгәндә, уларҙың яҙмышына көтмәгәндә әсе һынау төшөп, бөтә пландарын тар-мар итә- ғаилә башлығы, ҡәҙерле ире, атайҙары вафат була. Яҡыныңды юғалтыу ҡайғыһы тәрәнлеген быны кисергәндәр генә яҡшы аңлай. Нисек кенә ауыр булмаһын, ҡатын бирешмәҫкә тырыша, тешен ҡыҫып, күҙ йәштәрен тыйып йәшәүен дауам итә, эшенә, аяҡҡа баҫтырырға кәрәк булған улдарына булған һөйөүе уны көслө итә.

Шулай итеп, ғүмер усағының дөрләп яныр мәлендә - 36 йәшлек сағында тол ҡала ҡатын. Шунан бирле ул бөтә ғүмерен балаларына бағышлай, наҙлы әсә лә, етди атай ҙа булырға тура килә. Әйҙә, ҡайт, яныңда беҙ әҙме-күпме терәк булырбыҙ тип, ата-әсәһе уға тыуған ауылына күсенергә тәҡдим итә. Үзбәковтар шулай эшләй ҙә. Шул уҡ 1974 йылда ул хеҙмәт юлын ауыл мәҙәниәт йортонда дауам итә һәм хаҡлы ялға сыҡҡансы директор булып эшләй. Башҡа ата-әсәләр эштән ҡайтҡанда, Фәниә Сафиулла ҡыҙының яңы эшкә киткән саҡтары ла күп булған. Ул эшләгән мәҙәниәт учреждениеһында тормош ҡайнай- тальянсылар, драма һәм тасуири уҡыу түңәрәктәре эшләй, концерттарҙы спектаклдәр алмаштыра. Ул йылдарҙы Фәниә Үзбәкова айырыуса йылылыҡ менән иҫкә ала: “Эшемде бик яраттым, бер ҡасан да шул юлды һайлауыма үкенмәнем. Көслө, түҙемле булырға, уңыштарға ирешергә өйрәндем. Коллегаларыма, ул йылдарҙа художество етәксеһе булып эшләгән Вахит Фәйзуллинға, Хәлит Абдуллинға, күрше ауылдан хеҙмәттәшем Мәхмүт Фатиховҡа, түңәрәктәргә йөрөгән, спектаклдәрҙә, концерттарҙа ҡатнашҡан һәүәҫкәр артистарға, тальянсылар ансамбле ағзаларына, бөтә ауылдаштарыма рәхмәтлемен. Беҙ бергә эшләнек, бергә йәшәнек”.

Фәниә Сафиулла ҡыҙының намыҫлы хеҙмәте, әлбиттә, төрлө наградалар менән билдәләнмәйенсә ҡалмай - уның хәтер ҡумтаһында миҙалдары, СССР-ҙың, Башҡортостан Мәҙәниәт министрлығының Почет грамоталары, Маҡтау билдәләре, Рәхмәт хаттары ҡәҙерләп һаҡлана. Ҡораласыҡ ауыл мәҙәниәт йорто директорының фотоһы райондың Почет таҡтаһынан төшмәй. Әммә ул наградалар өсөн түгел, ә намыҫы ҡушҡанса эшләгән. Тик барыһынан да нығыраҡ тамашасыларының йылы рәхмәт һүҙҙәре һәм көслө алҡыштары уның хеҙмәтенә юғары баһа булып торған да инде.

Эштән башҡа Фәниә апайҙың тормошонда иң мөһиме- ғаиләһе булған. Балалары үҙҙәрен яҙмыш тарафынан ҡыйырһытлыған тип тоймаһын, өҫтәре- бөтөн, тамаҡтары туҡ булһын, бер-береһенә терәк- таяныс булып үҫһен өсөн бөтә көсөн, тырышлығын һалған. Улдары тырыш, яуаплы, ғәҙел, эшһөйәр кешеләр булып үҫкән. Һәр ҡайһыһының үҙ ғаиләһе, балалары, ейәндәре бар. Фәниә инәй хәҙер 8 ейәненә, 3 бүләһенә ҡыуанып йәшәй.

Әле Фәниә Сафиулла ҡыҙы өлкән улы Азаттың ғаиләһе менән бергә татыу ғүмер кисерә. Улы “Осҡон” йәмғиәтендә заправкала эшләй, килене Земфира 28 йыл Балыҡлыбаш ФАП-да фельдшер булып эшләп, хаҡлы ялға сыҡҡан. Төп йортта Үзбәковтар йыш йыйыла. Тиҙҙән бындай күңелле осрашыу йәнә көтөлә- һөйөклө әсәйҙәре, ҡәйнәләре, өләсәйҙәре, ҡарт өләсәйҙәренә 80 йәш тулды. Балаларынан был көндә йылы, ҡотлау һүҙҙәре яңғыраны. Балалары, ейәндәре уның аҡыллылығына, эшһөйәрлегенә, батырлығына, күңел матурлығына һоҡланып бөтә алмай, уны яраталар, хөрмәт итәләр.

Фәниә Сафиулла ҡыҙының күңел һәм ҡул йылыһы әле булһа барыһына ла етә- ойоҡбаштар, бейәләйҙәр бәйләй, намаҙ уҡый, балаларына бәхетле киләсәк теләп доғалар ҡыла, изге эштәренә фатиха бирә, тормош тәжрибәһе менән уртаҡлаша. Бер ҡасан да бойоғоп ултырмай, яҡындарының һәр уңышына шатланып йәшәй. Ғөмүмән, ул сәхнә йондоҙо ғына түгел, ғаиләһе өсөн тормош маяғы ла. Киләсәктә лә хаҡ юл күрһәтеүсе нур кеүек, күңеле яҡтылығы менән яҡындарының көнитмешен сағыуыраҡ итеп йәшәһен дә, йәшәһен әйҙә, етһен йөҙгәсә!


А. МАРАТОВА.

Роман ПОДПОРИН

фотоһы.
Читайте нас: