-5 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
26 Октябрь 2018, 11:10

Автоһәүәҫкәргә өлкәнлек ҡамасауламай

Тыуған ерендә йәшәгән, эшләгән кешеләр тураһында уҡыуы һәр саҡ күңелгә рәхәт. Шундай ауыл кешеһе тураһында яҙырға ине ниәтем. Геройым - Юлдаш ауылынан Әҙеһәм Кинйәбулат улы Әлибаев.

Уның бала сағы бик ауыр булған. Уға Бөйөк Ватан һуғышы килтергән михнәтте, аслыҡ- яланғаслыҡты, бар ғазаптарҙы кисерергә тура килгән. 1941 йылда атаһы һуғышҡа алына һәм унан әйләнеп ҡайтмай. Үҫмер сағында уҡ Әҙеһәм ағай тракторҙа эшләй башлай, шунан бирле уның тормошо техника менән бәйле. Ҡатыны Фәниә Бикмөхәмәт ҡыҙы менән дүрт бала тәрбиәләп үҫтерәләр, уларға белем алырға ярҙам иттеләр, аяҡҡа баҫтырҙылар. Шулай татыу, матур итеп йәшәп ятҡанда, былтыр ноябрь айында тормош иптәше мәрхүмә булды. Әммә был ағай яҙмыш һынауҙарына бирешеүселәр рәтенән түгел.Ул тормош ауырлыҡтарына баш эймәйенсә, яңғыҙ килеш, баҡса ултырта, быйыл үҙенең ишек алдында икенсе мунса төҙөп тә ҡуйҙы. Ҡулынан һепертке – көрәк төшмәй. Намаҙын уҡый, йома көндәрендә мәсеткә бара, балаларға исем дә ҡушып өлгөрә. Йомошон йомошларға тип машинаһында Мәләүез ҡалаһына, Шарлыҡ баҙарына, яңыраҡ Әлшәй районында йәшәгән ҡыҙына ҡунаҡҡа барып килде. Һаман да көр күңелле, ҡартлыҡҡа бирешмәй йәшәп ята. Иң оло, 87 йәшлек автомобилсене етеп килгән байрам менән ҡотлап үтәйек. Тағы ла оҙон- оҙаҡ йылдар буйы юлдарҙа иҫән – һау йөрөргә яҙһын, Хызыр Ильяс юлдаш булһын. Ул заман менән атлай, гәзит- журналдар алдыра, уҡымышлы үҙе. Киләсәктә уға Хоҙай балаларына терәк – таяныс булып оҙаҡ йәшәргә насип итһен.

Гөлимә Кинйәбаева.

Юлдаш ауылы.

Автор фотоһы.
Читайте нас: