+23 °С
Ясна
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
26 Октябрь 2018, 11:13

Киң күңелле ҡатын

Алтын көҙ. Кеше ғүмеренең олоғайыу осорон тәбиғәттең ошо миҙгеле менән сағыштыралар. Ғүмер көҙөнә инеү бер аҙ моңһоу булһа ла, икенсе яҡтан шатлыҡлы ла ул. Сөнки эшләнәһе эштәр эшләнгән, аҡыл-тәжрибә тупланған, балалар буй еткереп, үҙ ғаиләләрен ҡорған. Был көндәрҙә Әтәс ауылында тыуып-үҫеп, әле Балыҡлыла ғүмер кисереүсе Халикова Фәниә Тимерғәли ҡыҙы үҙенең ошондай берсә ҡыуаныслы, берсә һағышлы ла булған 80-се көҙөн ҡаршылай.

Ул Бибибямал менән Тимерғәли Хөсәйеновтарҙың ғаиләһендә дүртенсе бала булып яҡты донъяға ауаз һалған. Әммә, атай-әсәй, туғандар тәрбиәһендә иркәләнеп-наҙланып ҡына үҫергә насип булмай шул ҡыҙға. Илебеҙгә ҡара ҡайғы килә, бөтә ауыл ҡатын-ҡыҙҙары, балалары һымаҡ уҡ, Хөсәйеновтар ҙа атайҙарын, тормош иптәшен фронтҡа оҙата. Бына шулай Фәниә апайҙың бала сағын ҡәһәрле һуғыш урлай, үҫмер осоро һуғыштан һуңғы илде тергеҙеү йылдарына тура килә. Фәниә инәй үҙен йәш тип тормай, ололар менән бер рәттән төрлө эштәрҙә ҡатнаша, сусҡа фермаһында эшләй, хатта. Һуғыш һәм һуғыштан һуңғы аслыҡ йылдарында кесерткән, балтырған, яҙ етеп баҫыуҙар ҡарҙан асылғас, көҙҙән ҡалған картуфты йыйып, бешереп ашарға ла тура килә апай-ағайҙары, туғандары менән бергә.

Ишле ғаиләлә тыуған Фәниә апайҙың бөтә ғүмере колхозда үтә, фермала һауынсы булып та эшләй, икһеҙ-сикһеҙ баҫыу-ҡырҙарҙа гектар-гектар сөгөлдөр утай. Уның тырыш, намыҫлы хеҙмәте төрлө йылдарҙа Маҡтау грамоталары менән баһаланған. Тормош иптәше Йәүҙәт Вахит улы Халиков менән улар 51 йыл бергә ғүмер кисерәләр, өс балаға ғүмер бүләк итеп, һәр ҡайһыһына ныҡлы тәрбиә бирәләр, тормошта үҙ урындарын табырға ярҙам итәләр. Балалар тәрбиәләүҙә Вахит бабай менән Әсмә инәйҙең дә роле ҙур була. Улар балаларының балаларын өгөт-нәсихәттәр биреп, бөтә яҡлап ҡурсалап үҫтерәләр. Фәниә апайҙың өлкән улы янында, икенсеһе- Юрматыла, өсөнсөһө Мәләүез ҡалаһында ғаиләһе менән йәшәй, әсәйҙәренең хәлен белешеп торалар, ярҙам итәләр.

-Аллаһыға шөкөр, балаларым мәрхәмәтлеләр, бик тәрбиәлеләр. Балаларым “әсәй”, ейәндәрем “өләсәй” тип өҙөлөп торалар. Бынан да олораҡ бәхеттең булыуы мөмкинме һуң?! Ил-көндәр генә тыныс булһын,-ти Фәниә Тимерғәли ҡыҙы бөгөнгө тормошона шөкөрана ҡылып.

Фәниә апай йәштән үк дингә хөрмәтле булып үҫкән. Әле лә оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, хәленән килгәнсә биш ваҡыт намаҙын ҡалдырмай, илгә-көнгә, барлыҡ туғандарына, балаларына иҫәнлек-именлек теләп, доғалар ҡыла.

-Әсәйебеҙ бик уңған, тырыш, тура һүҙле. Шул сифаттарын бөгөн дә юғалтмаған ул. Ҡасан ҡайтһаҡ та өйө таҙа, һәр нимә үҙ урынында, сәйе ҡайнаған, ҡамыр ризыҡтары бешкән, өҫтәле әҙер. Беҙҙе лә тормошта алдашмаҫҡа, эштән ҡурҡмаҫҡа, ғәҙел булырға өйрәтеп үҫтерҙеләр. Шундай тәрбиә биргәндәре өсөн атай-әсәйебеҙгә рәхмәтлебеҙ-, тиҙәр Фәниә апайҙың улдары Самат, Азат, Салауат.

Ҡәҙерлебеҙ! Беҙ һине ҙур байрамың менән ҡотлайбыҙ! Ҡайғы-хәсрәт күрмәйенсә, күңел тыныслығында йәшәргә яҙһын үҙеңә. Тән сихәтлеге, иман байлығы ғүмерлек юлдашың булһын. Хоҙай һине рәхмәтенән ташламаһын. Игелекле, тыныс ҡартлыҡта балаларыңдың бәхетенә ҡыуанып йәшә.

Мәрхәмәтле, изге йәнле әсәй,

Бөтә наҙыңды беҙгә бағышлап,

Йәшәйһең һин ерҙә, һәр бер таңды

Бисмиллаңды әйтеп ҡаршылап.

Рәхмәт һиңә барыһы өсөн,

Игелегең ҡайтһын үҙеңә.

Насип булыһын йөҙгә тиклем йәшәп,

Ейәндәреңдең бәхетен күрергә.-

тип теләйҙәр Фәниә апайҙың ул- килендәре, ейәндәре, бүләләре.

Зилә ФӘЙЗУЛЛИНА.
Читайте нас: