+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
30 Октябрь 2018, 11:09

Бергә булғанға бәхетлеләр

Татыу ғаиләлә хәлле һәм уңышлы кешеләрҙә булған байлыҡтан да әһәмиәтлерәк төшөнсәләр- мөхәббәт, ихтирам, бер-береһен аңлау - бар.

Кирюшкин ауылында Петровтар ғаиләһе йәшәй. Ғаилә башлығы Александр Михайлович - “Азат” йәмғиәте механизаторы. Тәжрибәле водитель иген йыйыу комбайны һәм К-700 тракторы менән оҫта идара итә. Сәсеү ваҡытында иртә таңдан һуңға тиклем баҫыуҙа эшләй. Ураҡ мәлендә юғары уңыштарға ирешә. Ул производство алдынғыһы, бөтә күңелен һалып эшләй. Фиҙаҡәр хеҙмәте өсөн ауыл хужалығы предприятиеһының һәм район хакимиәтенең грамоталары менән бүләкләнгән.

Оксана Николаевна “Шишмәкәй” балалар баҡсаһында тәрбиәсе ярҙамсыһы булып баҡса асылғандан бирле эшләй. Ул балалар ярата, иғтибарлы, бөхтә кеше. Төркөмдә һәр саҡ таҙа. Иртән балаларҙы йылы ҡаршылай, кескәйҙәр уға йүгереп килә, серҙәре менән уртаҡлаша.

Ижади һөнәр кешеһе һәм ябай ҡатын булараҡ, ул тирә-яғын матурлыҡҡа күмергә тырыша, сәскәләр үҫтерә. Йәйен Петровтарҙың ихатаһы төрлө сәскәләргә күмелеп ултыра. Быйыл ғаилә Урман урамындағы “Иң төҙөк ихата” исеменә лайыҡ булған һәм грамота менән бүләкләнгән.

Ата-әсәләре балалары өсөн ысын өлгө булып тора. Ғаиләләрендә өс ҡыҙ үҫә. Өлкәндәре Софья Фёдоровка 1-се мәктәбенең 10 синыф уҡыусыһы. Яҡшы уҡығаны өсөн етенсе синыфта Республика шыршыһына барған. Һиҙенесе синыфта ҡыҙ “Ата-бабалар мираҫы” республика конурсында беренсе дәрәжә дипломанты булған, Чебоксар ҡалаһына һауыҡтырыу лагерына юллама менән бүләкләнгән. Татьяна ауыл мәктәбенең һигеҙенсе синыф уҡыусыһы. Спортты ярата, саңғы секцияһына йөрөй. Икеһе лә мәктәп фәндәре буйынса олимпиадаларҙа әүҙем ҡатнаша. Өҫтәүенә, бейеү менән мауығалар, төрлө район һәм республика конурстарында ҡатнашалар. Кескәйҙәре Еваға дүрт йәш, ул да өлкәндәре һымаҡ бейергә, йырларға ярата, кис һайын яҡындарына концерт күрһәтә.

Байрам даталарын һәм ял көндәрен ғаилә бергә үткәрә, сәйәхәт итергә лә яраталар. Ҡазан һәм Чебоксар ҡалаларына сәйәхәттәре тураһындағы тәьҫоратары менән ихлас уртаҡлаштылар. Йәй һайын Асылыкүлдә булалар.

Был татыу ғаилә Александр Михайлович һалған иркен йортта ғүмер итә. Һәр береһенең өйҙә үҙ бурыстары булһа ла, бер-береһенә ярҙамлашып көн күрәләр. Ата-әсә үҙҙәре лә ҡул ҡаушырып ултырмай, балаларын да эшләргә өйрәтеп үҫтерә. Өй эштәрендә хужабикә Оксана Николаевнаға эшһөйәр ҡыҙҙары булыша. Ҡыҙҙарҙы тегергә, тәмле итеп аш-һыу әҙерләргә өйрәтә әсәйҙәре. Баҡса тултырып йәшелсә-емеш үҫтерәләр.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Фото

ғаилә альбомынан.
Читайте нас: