-2 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Өлкәндәргә лайыҡлы алмаш

Районыбыҙ баҫыуҙарында тәжрибәле механизаторҙар менән бергә йәш егеттәр ҙә эшләй. Ваҡыт үтеү менән улар ауыл хужалығының оҫта эшселәрен алмаштыра аласаҡ.

Кузьминовка ауылынан Дмитрий Никитин тураһында тап шулай тип әйтеп була ла инде. “Азат” йәмғиәтендә ул бишенсе йыл эшләй һәм үҙен яҡшы яҡтан күрһәтеп өлгөргән. Егет мәктәптә уҡыған сағында уҡ техника менән ҡыҙыҡһына башлаған, шуға ла киң профилле тракторсы һөнәрен һайлаған. Мәләүез һөнәрселек училищеһында уҡығанда “Азат” йәмғиәтендә практика үткән. Тырыш һәм булдыҡлы егетте хужалыҡ етәкселеге лә оҡшатҡан һәм эшкә саҡырған.

Тәүҙә Дмитрий “Т-150” тракторында эшләгән. Механизатор шул техникаһында яҙ һайын баҫыуҙарҙы сәсеү алдынан һөрә. Тракторы эштә һынатмаһын өсөн кәмселектәрен үҙе бөтөрә, техникаһын яҡшылап әҙерләй. Баҫыу эштәре ваҡытында уның буш торғаны булмай ҙа, тиерлек. Ә ҡышын МТЗ-82 тракторы руле артына ултыра. Ул һөтсөлөк фермаһы биләмәһен ҡарҙан таҙарта, һалам, бесән ташый.

Эшһөйәр егеттең ҡулынан килмәгән эше юҡ, бурыстарын еренә еткереп башҡара. Үҙ эшенең хужалыҡ өсөн мөһим булыуын яҡшы аңлай, шуға ла етәкселек тә, хеҙмәттәштәре лә Дмитрийҙы ихтирам итә.

Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.

Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: