Ҡунаҡсыл хужалар беҙҙе бик йылы ҡаршыланы. Татьяна Викторовнаның күҙҙәре шатлыҡтан янып тора. Ире менән нисек танышҡандарын иҫенә төшөргәндә Геннадий Станиславовичҡа күҙ һирпеп кенә ҡарап алды. Улар ул саҡта йәш ҡыҙҙың тыуған көнөндә танышҡан икән. Егет Өфөнән ҡунаҡҡа килгән, ә ҡыҙ Караганданан Тәнәйгә күсеп ҡайтҡан булған. Бер айҙан һуң ғашиҡтар туйҙарын үткәргән дә инде.
Ғаиләлә бер-бер артлы биш бала донъяға килгән. Өлкәндәре күптән ситтә инде. Ҡыҙҙары Стелла ғаиләһе менән Нижнесортымскта йәшәй, әле ул декрет ялында. Улдары Виктор Салауатта тора, аҙна һайын ғаиләһе менән ата-әсәһенә хужалыҡта ярҙамлашырға ҡайтып йөрөй. Уларҙың бәләкәй ҡыҙҙары Милана 9 айлыҡ ҡына әле, өләсәй-олатайҙарында ҡунаҡта булырға ярата.
Өс балалары ата-әсәһе менән йәшәй әле. Полина әсәһенә оҡшап тора, Тәнәй мәктәбенең 3-сө синыфында уҡый. Йырларға, бейергә, һүрәт төшөрөргә әүәҫ. Улдары Илья Фёдоровка 1-се мәктәбенең 8 синыфында белем ала. Волейбол, еңел атлетика менән шөғөлләнә, ҡышын саңғы шыуа. Кесе улдары Егор балалар баҡсаһына йөрөй. Уның да кермәгән, етмәгән урыны юҡ – бик шуҡ, әүҙем малай.
Татьяна Тәнәй китапханаһында китапханасы булып эшләй. Ул ижад итергә яратҡан кеше. Квиллинг менән шөғөлләнә - ҡағыҙҙан матур әйберҙәр эшләй. Ул беҙгә үҙе эшләгән сувенирҙарын күрһәтте. Ҡатындың тауышы матур, төрлө сараларҙа ҡатнаша, буш ваҡытында бәйләм менән ултыра. Уңған хужабикә булараҡ, яҡындарына тәмле-татлы ризыҡтар әҙерләй. Ире Геннадий вахта ысулы менән эшләй, ваҡыты булғанда балыҡҡа барырға ярата.
Татьяна Викторовна яңыраҡ ҡыҙы Полина менән шифаханаға барып ҡайтҡан. Унда рәхәтләнеп ял иткәндәр, көс туплағандар, әле булһа тәьҫораттары менән бүлешәләр. Полинаға ла унда бик оҡшаған, буғай, тағы барғым килә, ти.
Ҙур йортта мәшәҡәттәр етерлек, шулай булһа ла, унда таҙа һәм уңайлы. Ҡатынға өй йыйыштырыуҙа балалары булыша. Ә аҙбарҙа малдар аҫрала, яҙ етеү менән баҡса эштәре башлана.
Йәйге каникулдарҙа Павловтар йорто гөрләп тора. Ҡыҙҙары Стелла ике йәшлек ҡыҙы София менән ялға ҡайта, уның ҡарт өләсәһе менән ҡарт олатаһы Валентина Васильевна менән Рудольф Николаевичҡа ла бойоғоп ултырырға ваҡыт ҡалмай. Ҡыҙҙары Татьянаның балаларын, ейәнсәрҙәрен, йәғни, үҙҙәренең ейәнсәрҙәрен һәм бүләсәрҙәрен ҡарашалар.
Татьяна менән Геннадий балаларын эшһөйәр итеп тәрбиәләргә тырыша. Олоно – оло, кесене-кесе итә, кеше хәленә инә белһендәр, тәрбиәле, тәүфиҡлы булһындар өсөн үҙҙәре үрнәк булып тороуҙарын яҡшы аңлайҙар.
Был парҙы район мәҙәниәт йортона Ғаилә йылын ябыуға арналған сарала ҡатнашырға саҡырғандар. Улар унда йыр башҡарасаҡ.
Павловтар йорт һалырға теләй. Эшһөйәр кешеләрҙең хыялы бойомға ашыр, тип уйлайбыҙ. Бөтә донъяға именлек теләп, донъяны күркәмләндереп йәшәргә тырышҡан кешеләрҙең хыялы тормошҡа һис шикһеҙ ашыр әле.