Гүзәл Сәлимгәрәй ҡыҙы сығышы менән Ишембай районынан. Яңы Яуыш ауылына уны тормош иптәше Ғәлим Әнүәр улы алып ҡайтҡан. Ҡыҙ әхирәтенә ҡунаҡҡа килгәс, йәштәр осраҡлы ғына таныша. Бер ни тиклем ваҡыттан һуң ғаилә ҡорорға булалар. Үҙҙәренең хеҙмәт юлын йәштәр ауыл хужалығында башлай. Ғаилә башлығы “Пугачёв” совхозына механизатор булып, ә ҡатыны – ошо уҡ ауыл хужалығы предприятиеһының ашханаһына ашнаҡсы булып урынлаша. Һуңынан ул фермаға эшкә күсә. Тәүҙә алмаш һауынсы була һәм таналар ҡарай. Әле Ғәлим Әнүәр улы - “Маяҡ” йәмғиәте малсыһы, ә Гүзәл Хәбибуллинаға “Нива” йәмғиәтендә 50 баш һыйырҙан торған төркөм беркетелгән.
Был пар 30 йылдан ашыу татыу ғүмер кисерә. Өс бала тәрбиәләп үҫтергәндәр. Гөлфинә менән Илнур үҙ ғаиләләре менән Салауатта торалар. Өләсәй менән олатайҙың өс ейәнсәре бар инде. Кескәй ҡыҙҙары Әлиә Мәләүездә һигеҙенсе синыфта уҡый. Ял һәм байрам көндәрендә бөтә ғаилә бергә йыйыла. Балалары ялға ҡайтҡанда ата-әсәйҙәренә хужалыҡта ярҙам итә. Уларҙың аҙбарында мал-тыуары, ҡош-ҡорто бар. Иртүк тороп һарайҙағы эштәрен бөтөрәләр ҙә, эшкә ашығалар.
Машина менән һауыу операторы эшенә тәүҙә күнегеүе ауыр булһа ла, хәҙер өйрәнгән инде. Элек, һөт үткәргес булмағас, һөттө көн дә биҙрәләп ташырға, 50-шәр килолы ашлыҡ һалынған ҡапсыҡтарҙы ла күтәрергә тура килгән. Инвестор килгәс, хеҙмәт шарттары ла яҡшырған, эш хаҡы ла күтәрелгән. Гүзәл Сәлимгәрәй ҡыҙы хеҙмәттәше Ләйсән Хәбибуллина менән бер нисә йыл бергә эшләгән. Уларҙың төркөмдәрен бүлгәнсе, һауынсылар таналарҙы өйрәткән, һауым буйынса күрһәткестәре һәр ваҡыт юғары булған. Әле лә мәҡәләбеҙ геройы бирешмәй. 50 һыйырҙан көнөнә 550 литр һөт һауып ала. Әле фермала һыйырҙарҙың быҙаулау мәле бара. Тимәк, киләсәктә һөт тағы ла күберәк буласаҡ.
Ферма мөдире Николай Алтухов та был һауынсыны маҡтап телгә алды. Ул шулай уҡ фермала мал ҡышлатыу октябрь башында башланыуын һәм имен үтеүен дә билдәләне. Хужалыҡта был миҙгелгә яҡшылап әҙерләнгәндәр.Әле фермала булған 160 һыйырҙың яртыһынан күбеһе быҙаулаған инде. Малдарҙың ауырыуына юл ҡуймау һәм биналарҙы тейешле хәлдә тотоу өсөн һөтсөлөк фермаһында ай һайын йыйыштырыу-таҙартыу көнөн үткәреп торалар. Һауынсылар үҙҙәренең эш урынын тәртипкә килтерә, һауыу ҡоролмаларын ныҡлап таҙартып торалар.