0 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар

Туғандары – терәк-таяныс

Фермер хужалығы килем килтерһен өсөн көнө-төнө эшләргә, бик тырыш, эшһөйәр булырға кәрәк. Ҡораласыҡ ауылынан Рим менән Гүзәл Айытовтар бер эштән дә ҡурҡмай. Шәхси эштәрен алып барыу – улар өсөн етди һәм оҙайлы хеҙмәт.

Рим Марат улы күп балалы ғаиләлә тыуып үҫкән һәм бәләкәй сағынан уҡ эшкә күнеккән. Уның ата-әсәһе ғүмере буйы ауыл хужалығында эшләгән. Атаһы Марат Сафиулла улы механизатор булған, әсәһе Альмира Йәғфәр ҡыҙы хаҡлы ялға сыҡҡансы ырҙын табағында эшләгән. Һәр ваҡыт үҙҙәренең ихаталарында күп итеп мал аҫрағандар, ҙур баҡса үҫтергәндәр. Ата-әсәһе эштә саҡта балалары малдарын ҡарап, хужалыҡ эштәрен башҡарып ҡуйған. Шуға ла мал ҡарап өйрәнгән ир-егет ауыр ауыл хеҙмәтенән өркмәгән. Эре мал үҫтерергә ҡарар итеп, 2013 йылда крәҫтиән-фермер хужалығын теркәгән.

Фермер үҙ эшен райондың төрлө ауылдарынан һатып алынған һыйырҙар көтөүенән башлаған. Мал аҙығы әҙерләргә кәрәк тип, кредитҡа трактор алған. Киләһе йылында “Эш башлаусы фермерҙарға ярҙам” дәүләт программаһы буйынса бирелгән грант аҡсаһына 15 тоҡомло тана һәм үгеҙ һатып алған.

Ярҙамсыларың булһа, һәр эш тә ырамлы бара. Туғандары уға булдыра алғанса төрлө яҡлап ярҙам итеп тора. Ауыл биләмәһе башлығы Рөстәм Йәүҙәт улы Ибраһимов та ярҙамынан ҡалдырмай. Тәүҙә фермерҙар Геннадий Рощупкин менән Салауат Насиров та булышлыҡ иткән.

Бөтә эштәрендә лә төп терәге – ҡатыны. Гүзәл Таһир ҡыҙы бөтә бухгалтерия эштәрен алып бара. Сығышы буйынса ул Миәкә районынан. Армияла хеҙмәт итеп ҡайтҡандан һуң Рим Марат улы ундағы һөт заводында бер нисә йыл эшләгән. Йәштәр шунда танышҡан да инде һәм ғаилә ҡорорға булғандар. Белгеслеге буйынса ул бухгалтер, Аксёново ауыл хужалығы техникумында уҡыған. Бер нисә йыл “Осҡон” йәмғиәтендә ошо һөнәре буйынса эшләгән. Булдыҡлы ҡатын һауыу аппараты менән эшләргә өйрәнгән һәм иренә һыйырҙарҙы һауыуҙа ярҙам итә.

Хужалыҡ эштәрен тейешенсә алып барыу өсөн фермерҙар иртәнге сәғәт биштә тора һәм эшкә тотона, һарайҙа, ихатала эш менән булалар, йәйен быға баҡсалағы һәм баҫыуҙағы мәшәҡәттәр ҙә ҡушыла. Ғаиләлә тырышып эшләгәндә генә уңышҡа ирешеп булғанын яҡшы аңлайҙар. Айытовтарҙың крәҫтиән-фермер хужалығында бөтә эште лә алдан уйлап башҡаралар. Малсылыҡ продукцияһын алыу һәм һатыу эшмәкәрлеге планға ярашлы бара. Һауып алынған һөттө улар “Азат” йәмғиәтенең һөт заводына тапшыралар. Былтыр 90 тонна һөт тапшырғандар, быйыл тағы ла күберәк булыр, тип уйлайҙар. Хеҙмәттәре килемле булһын инде. Хәҙер фермерҙарға ла еңел түгел бит – һөттөң хаҡы түбән, ә бензин менән техника хаҡы юғары.

Шундай шарттарҙа ла ирле-ҡатынлы бирешмәй, эштәрен бергәләп алып баралар, балалар тәрбиәләп үҫтерәләр. Өлкән улдары Арсен бишенсе синыфта уҡый, математика, рус телен һәм әҙәбиәтен ярата, атаһына хужалыҡта ярҙамлашырға тырыша. Айлинәгә дүрт кенә йәш әле, балалар баҡсаһына йөрөй. Ул һүрәт төшөрөргә ярата, бейей, мәктәпкә барғас бейеү түңәрәгенә йөрөргә хыяллана.

Йәштәр әлегә ата-әсәһенең йортонда йәшәй. Киләсәктә Фёдоровкала яңы йорттарына күсергә планлаштыралар. Унда бизнестарын дауам итәсәктәр, унһыҙ булмай, балаларҙы тергеҙергә, оло тормош юлына сығарырға кәрәк. Көс-дәрте ташып торған Римдең пландары байтаҡ. Эргәһендә ярҙамсыһы- ҡатыны. Тимәк, барыһы ла ыңғай буласаҡ.


Татьяна ЗӘЙНУЛЛИНА.


Роман ПОДПОРИН фотоһы.
Читайте нас: