-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
6 Сентябрь 2019, 16:49

78 йәшлек инәйҙең баҡсаһында сүптән башҡа бөтә нимә лә үҫә!

Бына ошондай йәшелсә-емештәргә бай баҡсала күңәлгә лә рәхәт.

Бына ошондай йәшелсә-емештәргә бай баҡсала күңәлгә лә рәхәт. Теҙеп кенә, рәт-рәт итеп сәселгән ҡауын, ҡарбуз, борсаҡ, помидор түтәлдәре, ҡоштарҙан һаҡлау өсөн һәр береһенә яулыҡ бәйләнгән көнбағыштар, тәлгәштәре өлгөрөп бешкән виноград, артабан “Көлһылыу” әкиәтендәге кеүек ҡабаҡтар, картуф ыҙандары, ҡыҙыл сөгөлдөр, ҡойма буйлап ҡарағат, алма һәм ҡурай еләктәре урын алған. Шуныһы иҫкиткес, улар араһында бер генә төп сүп үләне лә күрмәҫһең! Ғүмере буйы бер минут та тик тора белмәгән Флүрә инәй Ибраһимованың (Федоровка ауылы) баҡсаһы бына шундай. Уның тыгышлығына аптырарлыҡ. Оло йәштә булыуына ҡарамаҫтан, ул йылдың-йылында бай уңышлы баҡса үҫтерә. Компьютер артында, телефон, смартфондарҙан айырыла алмаусы йәштәргә үрнәк булһын ине ул.

Автор фотоһы.
Читайте нас: