Федоровка ауылының “Ҡыңғырау” балалар баҡсаһы тәрбиәләнеүселәре бөгөн китапханаға бара.Татыу етәкләшеп урам буйлап бара улар. Юл буйына тәрбиәселәре ауылдың һәр учреждениеһы ҡаршыһында туҡтап, был ойошманың нимә менән шөғөлләнеүен аңлата. Ҡайһы бер балалар бында атайҙары йәки әсәйҙәре эшләүен һөйләй. Сабыйҙар күп һорауҙар бирә, был аңлашыла ла – уларға туған ауылдарын өйрәнеү бик ҡыҙыҡ. Малайҙар һәм ҡыҙҙар “Ашҡаҙар таңдары” район гәзите редакцияһы ҡаршыһында ла туҡтаны, тап ошо ваҡытта уларҙы фотоға төшөрөргө өлгөрҙөк тә.