Сәскәләр тураһында әңгәмә башланһа, күңелдән генә Мөхәмәтәмин һәм Зилә Насировтарҙың ихатаһына барып эләгәм. Яҙҙың тәүге көнөнән башлап көҙгә тиклем тырыш хужаларҙың ишек алдарында төрлө-төрлө сәскәләр хуш еҫтәрен аңҡытып ултыра. Һәм был бик шәп! Күҙ алдығыҙға ғына килтерегеҙ, ике яғынан сәскәләр тулып ултырған клумбалар теҙелгән һуҡмаҡ буйлап атлайһығыҙ. Уларҙың төрлөлөгөнән күҙҙәр ҡамаша. Ә хуш еҫтәре ни тора?! Петунияларҙың, лобелияларҙың, клематистарҙың һәм, әлбиттә, раузаларҙың еҫтәренән баш әйләнеп киткән кеүек була. Ә үтеп барыусы йәй символы – ул ниндәй сәскә, беләһегеҙме? Әлбиттә, георгиндар һәм хризантемалар. Зилә апайҙа уларҙың ниндәй генә сорттары юҡ! Мин сәскәләр яратам. Тыуған көндәр, беҙ яратҡан байрам – 8-се март – бөтә ошо байрамдар ҙа беҙгә бүләк иткән, үҙебеҙ бүләк иткән сәскәләр менән бәйле. Сәскәләр – ул шатлыҡ, йылмайыу өсөн бер сәбәп бит!