Гавриловка ауылынан Мария Лысечконың ихатаһы күҙҙең яуын алырлыҡ. Мария Ивановна ғүмере буйына “Гавриловка” йәмғиәтендә бухгалтер булып эшләгән, әле ул лайыҡлы ялда. Бөтә буш ваҡытын тиерлек баҡсаһына, сәскәләренә бағышлай тиктормаҫ инәй. Ҡунаҡсыл, эшһөйәр хужабикәнең ихатаһында көҙгә тиклем петуниялар, астралар, иҫкиткес розалар һәм башҡа сәскәләр хуш еҫтәрен таратып ултыра.