“Нисек итеп?” – тиһегеҙме. Өсбүләк ауылында ғүмер кисереүсе Миңнур инәй һәр көн ҡояш менән бергә тора ла, көн дауамында баҡсаһында, ҡош-ҡорттары эргәһендә мәш килә. Шуға ла егәрле, тырыш инәйҙең ишек алды яҙҙан көҙгө ҡырауҙарға тиклем шау сәскәгә күмелеп ултыра. Ә уларҙың ниндәйе генә юҡ бында: петуниялар, розалар, яран гөлдәре, астралар, георгиндары ғына унлап төҫтә. Тағы ла миңә таныш булмаған сәскәләр бик күп баҡсала. Миңнур инәй менән Хәмит ағайҙың ихатаһында үҙеңде сәскәләр илендәге кеүек хис итәһең, инһәң, сығып китке килмәй, оҙаҡ итеп гөлдәргә һоҡланып ҡарап тораһың.
Тырыш кешеләр баҡсаларында йылдың-йылында еләк-емешен, йәшелсәһен дә мул үҫтерә, ана ҡабаҡтарын (фотола) ғына күрегеҙ! Был әле үҫтерелгәндең яртыһы ғына, икенсе баҡсаларында тағы ла күберәк! 80 йәшлек инәйҙең шундай баҡса үҫтереүенә һоҡланаһы һәм унан үрнәк алаһы ғына ҡала беҙгә - йәштәргә.