Тамырҙары Федоровка районы Аҡбулат ауылынан булған яҡташыбыҙ Валерий Ниғмәтуллин, Ҡазанда йәшәһә лә, ватаны тураһында бер ҙә онотмай, уның матурлығын, сафлығын ҡайғырта.Ул Аҡбулатҡа беҙҙең яҡтарҙа һирәк үҫкән ҡиммәтле ағас – ҡарағастың 150 үҫентеһен алып ҡайтҡан. Уларҙы үҙенең туғандары һәм ауыл муллаһы Надир Кәшәйев менән мәсет артындағы ҡалҡыулыҡҡа һәм зиратҡа ултыртҡандар. Әйткәндәй, үҫентеләрҙе лә ул үҙе, үҙ баҡсаһында үҫтерә икән. Валерий Ғайса улы ваҡытында үҙ ҡалаһында етәксе вазифаларын биләгән, хәҙер ул лайыҡлы ялда. Тик, күреүебеҙсә, ваҡытын диванда ятып йәки компьютер, телевизор артында ултырып үткәрмәй. Сәләмәт тормош рәүеше алып бара, гел әүҙем, кешеләр именлегенә, туған яғы, ата-бабалары иҫтәлегенә изге эштәр башҡарырға ваҡыт таба. Афарин, яҡташ! Изге башланғыстарығыҙ ватаныбыҙҙа шундай уҡ изге шытымдар бирһен!