Ошо көндәрҙә “Ашҡаҙар таңдары” гәзите редакцияһына яҡташыбыҙ, легендар кеше, запастағы генерал-майор Петр Иванович Ефремовты саҡырҙыҡ.
Ул Рәсәй Ҡораллы көстәрендә еңел булмаған хеҙмәт юлын уҙған. Хәрби карьераһын беренсе гвардия танк армияһының зенит ракета полкының өлкән технигы вазифаһынан башлаған һәм Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының Краснодар крайы буйынса Баш идараһы начальнигы вазифаһында генерал-майор исемендә тамамлаған.
Батырлығы, Рәсәй, Краснодар крайы халҡының һәм территорияһының хәүефһеҙлеген тәьмин итеүгә индергән өлөшө өсөн ул күп һанлы дәүләт һәм ведомство бүләктәре менән бүләкләнгән, шулар араһында Батырлыҡ ордены, “Шәхси батырлығы өсөн” ордены, “Хәрби ҡаҙаныштары өсөн” ордены, I дәрәжә “Хәрби хеҙмәттәге ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, II дәрәжә “Ватан алдындағы ҡаҙаныштары өсөн” миҙалы, Рәсәй Ғәҙәттән тыш хәлдәр министрлығының “Ҡаҙаныштары өсөн” күкрәк билдәһе һәм тағы ла 23-тән ашыу миҙалы, Рәсәй Президентының рәхмәт хаттары бар.
40 йыл хеҙмәт иткәндән һуң ул лайыҡлы ялда, һунар, балыҡ тотоу менән мауыға, тыуған яҡтарына йыш ҡайта.