Валентина Павловна һәм Леонтий Васильевич Бабиндар редакцияла 2020 йылға гәзиткә яҙылды. Улар беҙҙең күптәнге дуҫтарыбыҙ, быға тиклем гәзитте почта аша яҙҙырған булғандар. Быйыл редакцияла яҙылдылар, аҙнаһына ике тапҡыр гәзит артынан беҙгә киләләр. Әле лә, кәңәшләшкәс, гәзитте редакцияла яҙҙырырға ҡарар иткәндәр. Уларға райондағы һуңғы яңылыҡтарҙы белеү, яңы закондар тураһында мәҡәләләр уҡыу, файҙалы кәңәштәрҙе ҡулланыу бик оҡшай.