+17 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
2 Декабрь 2019, 13:31

Ташламалы декада барышында район гәзитенә яҙылығыҙ һәм ФЛЕШМОБта ҡатнашығыҙ!

Хөрмәтле район гәзитен уҡыусылар! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, редакция иғлан иткән “Мин “Ашҡаҙар таңдары”на яҙылдым” ФЛЕШМОБы дауам итә!

Хөрмәтле район гәзитен уҡыусылар! Хәтерегеҙгә төшөрәбеҙ, редакция иғлан иткән “Мин “Ашҡаҙар таңдары”на яҙылдым” ФЛЕШМОБы дауам итә!

Уның киләһе ҡатнашыусылары менән таныштырырға ашығабыҙ. Эйе, был юлы ла улар Юлдаш ауылынан беҙҙең әүҙем уҡыусыларыбыҙ. Улар ғүмерҙәре буйына гәзитте яҙҙырып алып уҡыған, ауылдаштары араһында абруй ҡаҙанған ҡатын-ҡыҙҙар.

Һулдан беренсе – Әбделвәлиева Ғәшүрә Нурфәйез ҡыҙы, оҙаҡ йылдар элекке райпо магазинында эшләгән. “Ағинәйҙәр” клубының иң әүҙем ҡатнашыусыларының береһе ҡулына 2006 йылғы гәзит һанын алған. Инәй үҙе өсөн иҫтәлекле булған һәр һанды һаҡлап бара икән. Был һанда хәҙер инде вафат булған ауылдаштары Юлдашбаев Ишморат Фәрдүш улының шиғырҙары баҫтырылған булған. Өсөнсө ҡатнашыусы – Юлдаш мәктәбе директоры Мырҙабаева Зәйнәп Радик ҡыҙы.

Ҡәҙерле дуҫтар! Бөгөн ташламалы яҙылыу ун көнлөгө башланды. Тиҙерәк 2020 йылдың тәүге ярты йыллығына яҙылығыҙ, гәзитебеҙ менән фотоға төшөгөҙ һәм фотоғыҙҙы “ФЛЕШМОБ” билдәһе менән [email protected] электрон адресына йәки WhatsApp буйынса +79674589221һанына ебәрегеҙ. Фотоһы иң күп лайк йыйған яҙылыусыбыҙҙы приз – матур сәғәт көтә!
Читайте нас: