Бөгөн 2019 йылдың һуңғы көнө булыуына ышанғы ла килмәй. Район халҡын Фёдоровка районы Фёдоровка ауылында йәшәүсе Йосоповтарҙың күп балалы ғаиләһе ҡотлай.
Илнур Хәмит улы менән Эльвира Мөхәммәт ҡыҙы Йосоповтар- өс малайҙың ата-әсәһе федоровкаларға йылы теләктәрен юллай. “Яңы йылда барығыҙға ла сәләмәтлек, ҙур уңыштар теләйбеҙ. Иң мөһиме ғаиләләрҙә мөхәббәт, аңлашыусанлыҡ булһын, һәр кем үҙ парын
Һәр кем өсөн ғаилә терәк- таяныс булыуын Йосоповтар үҙ тәжрибәһендә аңлаған. Күп йылдар улар иңде-иңгә терәп, бер-береһенең, балаларының уңыштарына ҡыуанып йәшәп килә. Айырыуса балалары - йәшәү сығанаҡтары, нәҫелде дауам итеүселәр уларға илһам бирә. Малайҙар әленән үк эшкә өйрәнеп үҫә, атай-әсәйҙәренә булыша. Өлкән улдары Данир- Фёдоровка 1-се мәктәбенең алтынсы синыф уҡыусыһы, көрәш менән шөғөлләнә. Илдан беренсе синыфта уҡый, ул йырларға ярата, бейеү түңәрәгенә йөрөй. Быға аптырайһы юҡ, атай-әсәйҙәре лә ижади, талантлы кешеләр. Полиция көнө байрамдары уларҙан башҡа үтмәй. Илнур- полиция хеҙмәтендә водитель, матур бейей, хорҙа йырлай, ә миграция пункты инспекторы Эльвира моңло тауышы менән кешеләрҙең күңелен арбай. Әле ул декрет ялында, бер йәшлек улдары Илназды тәрбиәләй.
Күп балалы ғаиләнең мәшәҡәттәре лә етерлек, өҫтәүенә, мал- тыуар аҫрайҙар, баҡса үҫтерәләр. Ҡәҙимге тормоштарынан Йосоповтар ҡәнәғәт. “Лайыҡлы йәшәү өсөн көс һалмай булмай, шуға ла һөҙөмтәһе лә оҙаҡ көттөрмәй. Эргәңдә бер һуҡмаҡтан, иңгә-иң терәп атлаусы кешең булғанда тормош йәмле, балалар ҙа шат”,- тиҙәр Илнур менән Эльвира.
Йосоповтарҙың ғаиләһендә һәр саҡ татыулыҡ, берҙәмлек булыуын теләйбеҙ. Яңы йыл тик уңыштар ғына килтерһен.