Фёдоровка районы Гончаровка ауылынан Саблиндар ғаиләһе хыялдарының бойомға ашасағына шат. Андрей менән Алһыуға үҙ йорттарын төҙөй башлауҙа дәүләт ярҙам иткән.
12 сутый ер участкаһын Федоровкала, Гончаровкала йәиһә Бала Сытырманда алырға мөмкин булған. Саблиндар район үҙәгенә күсенергә ҡарар иткән. Әле өйгә, йәйге аш-һыу бүлмәһенә һәм гаражға нигеҙ һалынған. Андрей менән Алһыу төҙөлөштө дауам итеү хыялы менән йәшәй.
“Күп балалы ғаиләләргә башҡа льготалар менән бер рәттән ер участкаһы бирелеүе һәйбәт. Үҙ йортонда йәшәргә теләге булғандар өсөн был бик яҡшы”,- тиҙәр Саблиндар. Ҡыҙҙары, һигеҙ йәшлек Арина, биш йәшлек Агния ла быға ҡыуана. Туғыҙ айлыҡ Артемға әле барыбер, һөйөклө әсәһенең йылы ҡосағында булыу уға мөһимерәк.
Яңы йорттарында муллыҡта, һаулыҡта, бәхеттә йәшәргә яҙһын ғаиләгә.