-6 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Эргәләгеләр тураһында
1 Ғинуар 2021, 02:00

Бер-береһенә терәк булып йәшәйҙәр

Минең яҙасаҡ мәҡәлә геройым аталары һуғышҡа киткәс, быуындары ҡатырға ла өлгөрмәгән, аслы-туҡлы, яланғас көйө донъя йөгөн-мәшәҡәттәрен үҙ иңендә күтәреп, үҙ тиҫтерҙәре кеүек ир ҡорона бик иртә ингән һуғыш балаларының береһе- Дәүләтбаев Зәки Ғабдрафиҡ улы тураһында. Ул 1932 йылда Яңы Яуыш ауылында ата-әсәһенең беренсе балаһы булып, ата-әсәне шатландырып, яҡты донъяға ауаз һала.

Был шатлыҡ оҙаҡҡа бармай, 1936 йылда Дәүләтбаевтар ғаиләһен “кулак” яһап, Себергә ебәрергә ниәтләйҙәр. Ә Зәки ағайҙың атаһы өйҙән ҡасып сығып китә лә, юҡ була. Шулай ҙа бер йылдан һуң атаһы икенсе ҡатыны менән ҡайтып, ғаиләһен күреп китә лә, 1941 йылғы һуғышҡа эләгеп һәләк була. Ә инде олатаһы Шакир Фәхретдин улын Волга-Дон каналы төҙөлөшөнә ебәрәләр. Зәки ағай әсәһе Мөкәрәмә инәй менән Бала Сытырманға ҡайта һәм әсәһе оҙаҡламай ауылдағы Минияр исемле егеткә тормошҡа сыға.

Үгәй ата ла һуғышҡа киткәс, донъя йөгө-мәшәҡәттәре, әсәһенә ярҙам итеү Зәки иңенә төшә. “Һуғыш, һуғыштан һуңғы ауыр йылдарҙа беҙҙең кеүек 11-16 йәшлек малайҙар-ҡыҙҙар колхоздың бөтә эштәрен дә башҡарҙы, тиһәм хата булмаҫ: яҙ- ер һөрөргә, тырматырға, орлоҡ сәсергә, йәйен- бесән сабырға, йыйырға, өйөргә барабыҙ, малдар көтөү, уларҙы ҡарау ҙа беҙҙең өҫтә. 1947 йылдың ҡышында беҙҙең кеүек 15-16 йәшлек үҫмерҙәрҙе (ҡатын-ҡыҙҙар ҙа бар ине) Белорет районына урман ҡырҡырға ебәрҙеләр,- тип хәтирәләргә бирелә ветеран.- Аяҡта- сабата, өҫтә-алама, йоҡа фуфайка, салбар. Эшкә ете саҡрым билдән ҡарға бата-бата барабыҙ, һыуланып ҡайтып тәгәрәйбеҙ, ашау яғы насар. Кеше башына 3 кубометр урман киҫеү-норма. Норманы үтәмәһәң, икмәктең өстән бер өлөшөн бирмәйҙәр. Шулай ҙа норманы тултырып, өс ай йөрөп, Белореттан өйгә әйләнеп ҡайтһаҡ та, эшләгән өсөн түләмәнеләр”,- тип әсенеп һөйләй Зәки ағай.

1952 йылда Зәки ағайҙы хеҙмәткә алғандар, ул Курил утрауында, һуңынан Камчаткала хеҙмәт итә. 1956 йылда, дүрт йылға яҡын хеҙмәт иткәндән һуң, тыуған яғына әйләнеп ҡайта. Мәләүездә водитель курстарын тамамлай һәм “Пугачев” совхозында 26 йыл водитель булып эшләй. Күберәк урман-ағас ташырға тура килгән уға. Эш еңелдән булмаған, шуға ла сәләмәтлеге ҡаҡшау арҡаһында, малсылыҡҡа эшкә күскән. Йәйен –көтөүсе, ҡышын кочегар булған һ.б. эштәрҙә эшләгән. 48 йыллыҡ эш стажы менән ул пенсияға сыҡҡан. Фиҙаҡәр хеҙмәте күп грамоталар менән бүләкләнгән.

Ҡатыны Наилә Әғзәм ҡыҙының да эш стажы байтаҡ-37 йыл. Ул да 12 йәшендә атайһыҙ ҡалып, күпте кисергән. Наилә Әғзәм ҡыҙы- аҡыллы, түҙемле, үрнәк булырҙай әсә. Ул Бала Сытырман мәктәбендә йыйыштырыусы булып 26 йыл эшләгән. Йәйен, каникул ваҡытында, сөгөлдөр утаған, хужалыҡ алып барған.

Ирле-ҡатынлы Дәүләтбаевтар биш балаға ғүмер биреп, тормошҡа аяҡ баҫырға ярҙам иткән. Әле ейәндәренә ярҙам итеп, ҡыуанып ғүмер итәләр.

Февралдә Зәки Ғабдрафиҡ улына- 85 йәш, ә бергә татыу ғүмер итеүҙәренә 60 йыл тулды. Тормошта күпте күргән, әммә һәр саҡ бер-береһен аңлап, иңгә-иң терәп йәшәгән улар.

Читайте нас