-3 °С
Ҡар
Бөтә яңылыҡтар

Уҡыусылар тәмле әҙерләнгән аштан баш тартмай

Әлеге эш урынына Дания Ташбулатова күптән түгел килгән. Үҙ ваҡытында ул ҡалала йәшәргә хыялланған, шуға ла Мәләүез индустриаль колледжында аяҡ кейемдәре етештереү мастерына уҡып сыҡҡан. Әммә яҙмыш үҙенсә хәл иткән.

Эш урынында яҡшы кәйефтә.
Эш урынында яҡшы кәйефтә.

Мәҡәләбеҙ геройы ауылдашына кейәүгә сыҡҡан һәм йәштәр тыуған ауылы Юлдашта төпләнгән. Дания үҙләштергән берҙән-бер һөнәрҙең ауыл ерендә кәрәге булмай. Эшһеҙ ҡалмаҫ өсөн ул Дедово училищеһында ашнаҡсы курстары үткән, артабан мәктәпкә йыйыштырыусы булып урынлашҡан, ә инде эш урыны бушау менән, ашханаға күскән. Һәм бына инде 24 йыл ул балаларҙы тәмле, файҙалы ризыҡтар менән ҡыуандыра, үҙенең дөрөҫ һөнәр һайлауына ла инанған. Мәктәп ашханаһында туҡланған һәр кемдән тәмле аштары өсөн рәхмәт һүҙҙәре ишетеүе айырыуса күңеленә хуш килә.
-Эшебеҙҙә иң мөһиме – балаларҙы яратыу, уларға тәмле итеп бешереү. Уҡыусыларҙың һалған ризыҡты ашап бөтөрөүе һәр ваҡыт ҡыуаныслы, - ти Дания Миниәхмәт ҡыҙы.
Мәктәп директоры Зәйнәп Мырҙабаева ла ашнаҡсыны тырыш, уңған һәм яуаплы тип ҡылыҡһырланы.
-Ошондай белгес булыуына шатбыҙ. Эш урынында һәр ваҡыт таҙа, тәртип, кухня һәм ашханаға ҡағылышлы һәр мәсьәләгә етди ҡарай, мәктәбебеҙ уҡыусылары өсөн тәмле һәм файҙалы ризыҡ әҙерләү оҫтаһы ул. Аш-һыу сифатынан уҡыусылар ҙа, ата-әсәләр ҙә ҡәнәғәт, - ти Зәйнәп Радик ҡыҙы.
Юлдаш мәктәбендә уҡыусылар байтаҡ булған заманда ашнаҡсының эше көн оҙонона һуҙылған. Әммә уҡыусылар һаны йылдан-йыл кәмей (был район үҙәгенән алыҫ һәр ауыл биләмәһенең иң ҙур проблемаларының береһе), шуға ла Дания Миниәхмәт ҡыҙы иртәнге аш ҡына әҙерләй. Эшкә иртәнге унға килә, ун берҙә уҡыусыларҙы һәм уҡытыусыларҙы ашата, табаҡ-һауытын йыуа, йыйыштыра ла, ҡағыҙ эштәренә тотона. Кәрәкле документация тултыра, меню төҙөй, аҙыҡ-түлек иҫәбе менән шөғөлләнә.

Автор фотоһы.


-Һәр эштә ниндәй ҙә булһа яңылыҡ булырға тейеш. Башлыҡ булараҡ эш башлағанда бөтәһе лә ташландыҡ хәлдә тиерлек ине. Ниндәйҙер мәлдә системаны бер аҙ тәртипкә һалдыҡ һәм берҙәм туҡланыу стандартына күстек. Шул уҡ ваҡытта беҙ балаларҙың туҡланыуын индивидуалләштерәбеҙ. Ғөмүмән, Башҡортостанда мәктәп туҡланыуы системаһы - Рәсәйҙә иң яҡшыһы.
(Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың 2024 йылдың 3 декабрендәге тура бәйләнешендәге сығышынан.)

БР Башлығының тура бәйләнешендә Радий Хәбиров мәктәп туҡланыуының милләт һаулығының төп элементы булараҡ мөһимлеген билдәләне. Радий Фәрит улы, аҙыҡ-түлектең сифатын яҡшыртыу һәм ҡайнар аш-һыу менән тәьмин итеү буйынса тырышлыҡтарға ҡарамаҫтан, ҡайһы берҙә балалар тәҡдим ителгән ризыҡтарҙы ашамай, сөнки ҡыҙҙырылған картуф һәм башҡа туҡланыу стереотиптары менән мауыға, тип аңлатты. Хәлде үҙгәртеү өсөн яңы алымдар, шул иҫәптән хәйриә проекттарын индерергә кәрәк, шул уҡ ваҡытта Рәсәй ҡулланыусылар күҙәтселеге һәм Һаулыҡ һаҡлау министрлығы талаптарын үтәү мөһим. Төбәк башлығы шулай уҡ мәктәп туҡланыуы тәүге бурыстарҙың береһе булыуын һәм тотороҡлораҡ система булдырыуға өлгәшеүен, шикәйәттәр һаны ла кәмеүен билдәләне. Шулай ҙа артабан яҡшыртыу өсөн, менюны индивидуалләштереп, яңы идеялар һәм стандарттар индереү талап ителә. БР Мәғариф министрлығына кәңәштәрҙе иҫәпкә алып, йәмәғәтселәр тәҡдим иткән башланғыстарҙы әҙерләргә ҡушылды.



Уҡыусылар тәмле әҙерләнгән аштан баш тартмай
Уҡыусылар тәмле әҙерләнгән аштан баш тартмай
Автор:Татьяна Зайнуллина
Читайте нас: