Әммә уларҙың белемен, көсөн һәм һәләтен ҡайҙа ҡулланырға мөмкин буласағын алдан уҡ уйларға кәрәк. Ҡайһы берҙәре ҡайтҡас элекке эш урындарына барасаҡ, кемдеңдер тормошҡа ҡарашы үҙгәрәсәк һәм нимә лә булһа үҙгәртеү теләге тыуасаҡ. Бының өсөн ҡайтанан уҡытыу буйынса дәүләт программалары бар, улар сиктәрендә яңы белгеслек алырға мөмкин. Шулай уҡ махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың компетенциялары дәүләт хеҙмәтендә, район һәм ауыл советы хакимиәттәрендә, депутаттар корпусында һәм “Ватанды һаҡлаусылар” дәүләт фондында кәрәге сығасаҡ.
Бер йыл элек Фёдоровканан Дамир Исхаҡов, контракт ваҡытын тултырып, махсус операция барған зонанан ҡайтты. Даян Мурзин исемендәге башҡорт батальонында хеҙмәт иткән. Әлеге ваҡытта ул, элеккесә, мәктәп автобусы водителе булып эшләй. Балалар изге күңелле, әммә талапсан шофёрҙы яраталар, бөтә ҡағиҙәләрҙе лә үтәйҙәр. Ул тыныс, әҙәпле, уҡыусылар менән уртаҡ тел таба белә. Ул итәғәтлелеге, тырышлығы, эшенә яуаплылығы менән коллегалары, мәктәп уҡытыусылары, уҡыусылар һәм ауыл халҡы араһында ихтирам ҡаҙанды. Быйыл сентябрҙә уҙған һайлауҙар барышында Дамир Әнүәр улы Фёдоровка районы муниципаль районы Советы депутаты итеп һайланды.
-Миңә ышаныс белдергән һайлаусыларыма рәхмәтлемен. Ауылыбыҙ, муниципалитетыбыҙ именлегенә бергәләп эшләйәсәкбеҙ, - тине депутат. Фортсаттан файҙаланып, МХО-ла ҡатнашыусы туғандарыма ярҙам иткән барлыҡ ирекмәндәргә, изге күңелле район халҡына рәхмәт белдергем килә. Ниндәй генә ярҙам булмаһын, бик әһәмиәтле. Һәм бөгөн берҙәм булыуыбыҙ айырыуса мөһим.
Уның Тыуған илде һаҡлауҙан башлап, депутат мандаты менән тамамланғанға тиклем бөтә юлы ҡыйыулыҡ һәм тоғролоҡ өлгөһө. Ул, һәр яҡташының теләген иҫәпкә алып, эшен районыбыҙ именлеге өсөн дауам итергә ниәтләй. Ваҡыт талап итеүенсә ул яҡшылыҡҡа табан үҙгәрештәр өсөн яуаплылыҡты үҙ өҫтөнә алырға әҙер.
Фёдоровка районы муниципаль районы Советы секретары Винир Хәлитов:
-Муниципаль район алтынсы саҡырылыш Советы депутаты Дамир Исахаков үҙенең 14-се һайлау округында эшен әүҙем алып бара. Йәмәғәт эштәре менән шөғөлләнә, хәрби-илһөйәрлек сараларҙа ҡатнаша. Ул һайлаусылар менән осрашыуҙар ойоштора, бында көнүҙәк проблемалар буйынса фекер алышалар, уларҙы хәл итеү юлдарын билдәләйҙәр. Уның әүҙемлеге, йәштәрҙе район тормошонда ҡатнашырға илһамландыра, ауыл халҡы араһында өлгө булып тора.
Фәнис АҠСУРИН фотоһы.