Федоровка районында өлкәндәргә һәм яңғыҙ граждандарға үҙҡурсаланыу ваҡытын ирекмәндәр кисерергә булыша. Көн дә тиерлек ирекмәндәр штабына заявкалар килә. Битараф булмаған, изгелекле, хәстәрлекле йәштәр ярҙамға ашыға.
Ирекмәндәр дарыу, аҙыҡ-түлек килтереп кенә ҡалмай, штабтың эше тураһында ла мәғлүмәт бирә. Бәйләнеш телефондары яҙылған листовкалар йәбештерә, пандемия сәбәпле ауыр хәлдә ҡалған кешеләр уның буйынса мөрәжәғәт итә ала.
Өлкәндәр ирекмәндәрҙең ярҙамын ихлас ҡабул итә. Ирекмәндәр уларға тыныслыҡтарын һәм позитив кәйефтәрен һаҡларға булыша. Бабайҙар, әбейҙәр, ярҙам кәрәкһә, 8(964)953-50-22, 8(937)846-03-22, 8 (960)381-07-94, 8 (905)354-14-83 телефондары буйынса шылтыратығыҙ.