+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
13 Апрель 2020, 17:42

Активистар өйҙә ултырып нисек түҙә икән?

Шундай һорау менән мөрәжәғәт иттем Федоровка районы Үрге Алаштан ауылынан гәзитебеҙҙең элекке хәбәрсеһе Александра Тихоноваға. Былтыр ул ауыл ҡатындары менән мәктәптең спорт залында физкультура секцияһы ойошторғайны. Быйыл ҡыш та уларҙы дауам иткәндәр. Хәҙер был шөғөлдө туҡтатырға тура килгән. Үҙ ихатаңда саф һауала йөрөргә бер кем дә тыймай, әлбиттә. Кешеләр изоляцияла булырға кәрәклекте яҡшы аңлай.

Тыйыуҙарҙан, ҡурҡыуҙан тыш, урамға сығып, барыһы менән дә осрашҡылары килә лә бит. Тик ярамай.
-Беҙҙә халыҡ аңлы, кеше күп була торған ергә бармайҙар. Кәрәккәндә уларға ауыл ирекмәне, китапханасы Любовь Мититюк ярҙамға килә. Бөгөн ул өлкән йәштәге Нина Наумовала, Ираида Парьямоновала булған. Ҡарттар нимә кәрәк булыуын шылтыратып әйтә, ул магазиндан алып, уларҙың өйҙәренә илтә. Үҙе гел битлектә йөрөй,-ти Александра Тихонова.
Әйткәндәй, фотоға ирекмәндең Кавалешиндарға, Р. Баляноваға икмәк, сәй һатып алып торған мәле төшөрөлгән.
Туғандар, әхирәттәр менән күрешеп һөйләшке килә, әлбиттә, тик насар сиргә таралыу мөмкинлеген бирмәҫ өсөн аралашыуҙарҙы сикләү, үҙебеҙҙе лә, башҡаларҙы ла һаҡлау зарур. Барыһы ла үтә, быныһы ла үтер. Барыһы ла яҡшы булыр, әҙ генә түҙемлек кәрәк.
Читайте нас: