+1 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
24 Апрель 2020, 17:00

Изгелек эшләү бик ябай

Һәйкәлдәрҙе тергеҙеү – беҙҙең яҡты тормошобоҙ өсөн ғүмерҙәрен аямай баш һалған батырҙарыбыҙға ихтирам күрһәтеү генә түгел, киләсәк быуындар өсөн тарихты һаҡлап ҡалыу ҙа ул. Бөгөн Федоровка районы Яңы Яуыш ауылында Советтар Союзы Геройы Ғәтиәт Ишҡоловтың обелискы территорияһында өмә ойошторолдо.

Насар эпидемиологик хәл арҡаһында өмәгә ауыл халҡын саҡырмағандар. Ирекмәндәр – мәҙәниәт хеҙмәткәрҙәре – ауыл клубы мөдире Гәүһәр Хәйбуллина, китапханасы Зилә Ниғмәтуллина, “Ихлас” фольклор ансамбле етәксеһе Илшат Ғүмәров һәйкәл эргәһендәге биләмәне тәртипкә килтергән: ҡороған үләндәрҙе, сүп-сарҙы йыйған. Тейешле дистанцияны һаҡлап, битлектәр һәм маскалар кейеп эшләгән улар.
Гәүһәр Рәйес ҡыҙы ирекмән дә булып тора. Был аҙнала ул Әминә Маликоваға, Флүрә Бикйәноваға, Асия Йомағоловаға аҙык-түлек килтергән. Инәйҙәр уның ярҙамына ҡыуанып, рәхмәттәрен белдергән.
Читайте нас: