+2 °С
Болотло
Еңеүгә - 80 йыл
Бөтә яңылыҡтар
Геройҙар дәүере
2 Июль 2020, 12:31

Владимир Путин вирусҡа ҡаршы көрәш өсөн ирекмәнде үлеменән һуң Пирогов ордены менән бүләкләне

Ирекмән Светлана Анурьева үлгәндән һуң 2020 йылдың 19 июнендә булдырылған Пирогов ордены кавалеры булды. Уны коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә күрһәткән фиҙәҡәрлеге өсөн бүләкләгәндәр.

Ирекмән Светлана Анурьева үлгәндән һуң 2020 йылдың 19 июнендә булдырылған Пирогов ордены кавалеры булды. Уны коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәштә күрһәткән фиҙәҡәрлеге өсөн бүләкләгәндәр.
Элегрәк Президент менән осрашыу барышында “Беҙ бергә” Бөтә Рәсәй акцияһында ҡатнашыусылар Ульяновск өлкәһенең Карсун ауылынан Светлана Анурьеваны үлгәндән һуң бүләкләргә тәҡдим иткәйнеләр.
“Ирекмән-медиктар” сайты мәғлүмәттәренә ҡарағанда, 19 йәшлек Анурьева 2019 йылдың 1 февралендә Карсун медицина көллиәтендә уҡыған ваҡытында ирекмән булып киткән. Пандемия башланғас ул өлкән йәштәге яңғыҙ кешеләргә аҙыҡ-түлек ташыған. “Май башында уның хәле насарланды. Табиптар дүртенсе стадиялағы яман шеш тапты. Был стадияла сирҙе туҡтатып булмай. Ауырыуҙарҙың күпселегенә операция яһау файҙа бирмәй, тик паллиатив дауалау ғына тәҡдим ителә”, - тиелә хәбәрҙә.
12 майҙа уны дауахананан сығарғандар, һәм ҡыҙ йәнә мохтаждарға ярҙам итергә тотонған. “Ҡыҙым һуңғы көндәренә тиклем үҙ аяғында булды, ғүмере өсөн көрәште. 22 майҙа беҙ уны дауаханаға алып барҙыҡ, 28-ндә ятҡан килеш кире алып ҡайттыҡ”, - тип килтерә сайт ирекмәндең әсәһенең һүҙҙәрен. 31 майҙа Анурьева вафат булған.
#ИрекмәнСветланаАнурьева
#ПироговОрденыКавалеры
#ПрезидентЭшмәкәрлеге
Яңылыҡ сығанағы: https://www.rbc.ru/society
Фото: Волонтеры-медики Ульяновская область / Vk
Читайте нас: