

Егеттәребеҙ тыныс киләсәгебеҙҙе һаҡлап, ғүмерҙәрен, һаулыҡтарын ҡурҡыныс аҫтына ҡуйып махсус хәрби операцияла һуғышҡан ваҡытта, Руслан Шәүәлиев ситтә ҡала алмаған. 2024 йылдың ноябрендә ул контракт төҙөп, Тыуған илебеҙ мәнфәғәттәрен һаҡларға йүнәлгән. Танктар дивизияһында штурмлаусы булып хеҙмәт иткән. Хәрби бурыстар һалдаттың ҡәҙимге көндәре менән алмашынып торған. Үҙенең хәрби тормошо тураһында һөйләргә яратмаған ул. Хәрби бурыстарын ДХР территорияһында үтәгән. “Ахмет” позывнойлы яҡташыбыҙ 2025 йылдың ғинуар аҙағында Новоелизаветовканы азат иткәндә һәләк була. Йәнтөйәгендә уны ата-әсәһе, тәүге никахында тыуған улы һәм һөйөклө ҡатыны Оксана көткән.
Яҡын кешеңде, ғаилә терәген юғалтыу – күтәрә алмаҫтай ауыр хәл. Оксана Юрьевнаға тормош туҡталғандай булып ҡала, йәме китә. Әммә ул яңғыҙы булмай. Бала Сытырман ауыл биләмәһе ауыл советы бөтә ир-ат хәстәрен үҙ өҫтөнә ала: ҡышын - ҡар таҙартырға, яҙын – баҡса һөрөргә, йәйен – территорияһындағы үләнде сабырға, көҙөн утын килтерергә булыша. Ә Фёдоровка районының “Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы Светлана Согомова уның менән һәр ваҡыт бәйләнештә. Йә махсус операцияла ҡатнашыусылар һәм уларҙың ғаиләләре өсөн сараларға саҡыра, йә хәл белешеп шылтырата, йә ниндәй ҙә булһа байрам менән ҡотлай. Светлана Николаевнаның “Үҙебеҙҙекеләрҙе ташламайбыҙ!” проекты сиктәрендә Себер ҡалалары буйлап сәйәхәткә юлланыу тәҡдименә Оксана икеләнеп кенә ризалаша. Әммә һуңынан сәфәренә ҡыуанып бөтә алмай – тәьҫораттарҙы һүҙ менән генә аңлатырлыҡ булмай!
- Беҙ Новосибирск, Красноярск һәм Томск ҡалаларында булдыҡ, уларҙың мәҙәни һәм архитектураһы яҡлап иҫтәлекле урындары менән таныштыҡ, ҡала урамдары, яр буйы һәм парктар буйлап йөрөнөк. Беҙ күргән бөтә матурлыҡты нисек һүрәтләргә белмәйем! Беҙҙе музыка һәм оркестр менән ҡаршы алдылар. Новосибирскта музейҙар, православие соборҙары һәм ғибәҙәтханалар күп. Красноярскта беҙгә музей экспозицияларын, Енисей ярындағы матур урындарҙы күрһәттеләр, унда тағы ла ун һумлыҡ аҡсала һүрәтләнгән часовня менән күперҙе күрҙек. Беҙ арҡанлы күпер аша үттек, бейеклеге 70 метрҙан ашыу ине. Бала саҡтан бейеклектән ҡурҡа инем, ә хәҙер был хис үткән һымаҡ. Сәфәр “поезд-отель” форматында уңайлы үтте. Вагондарҙа идеаль таҙалыҡ, яҡшы шарттар булдырылған. “Ватанды һаҡлаусылар”фондына, социаль координаторы Светлана Николаевнаға рәхмәт. Әгәр ҙә ошо фонд һәм уның хәстәрлекле проекттары булмаһа, сәфәр ҙә булмаҫ, игелекле кешеләр менән дә таныша алмаҫ инем. Талбазы, Иглиндан минең һымаҡ ауыр хәлдә ҡалыусы ғаиләләр, ханымдар – шундай игелеклеләр. Беҙ әле лә аралашабыҙ, бер-беребеҙгә ярҙамлашабыҙ... Экскурсия программаһы ҡыҙыҡлы ине, миңә бөтәһе лә бик оҡшаны! – тип тәьҫораттары менән уртаҡлашты Оксана Шәүәлиева.
“Ватанды һаҡлаусылар” фондының социаль координаторы Светлана Согомова:
- Фондыбыҙ хәрби хәрәкәттәр ветерандарына ғәҙәти тыныс тормошҡа ҡайтырға, уларҙың ғаилә ағзаларына ярҙам итергә мөмкин тиклем тиҙерәк булышыу маҡсатын ҡуя. Был ярҙамдың мөһим аспекттарының береһе мәҙәни һәм мәғрифәтселек саралары, улар, бигерәк тә яҡын кешеләр һәм фекерҙәштәр араһында үткәрелһә, терапевтик йоғонто яһай. Бындай сәфәрҙәр ваҡытында МХО-ла ҡатнашыусылар һәм уларҙың яҡындары Рәсәйҙең билдәле туристик йүнәлештәренең тарихы, мәҙәниәте һәм архитектура ҡомартҡылары менән таныша ала. Был проектты “Рәсәй тимер юлдары” холдингы “Ватанды һаҡлаусылар” Дәүләт фонды менән берлектә РФ Оборона министрлығы ҡатнашлығында тормошҡа ашыра. Һәләк булған яугирҙең ҡатынына круиз ҡурҡыуҙы еңеп сығырға, яңы дуҫтар һәм иртәгәһе көнгә ышаныс табырға булышҡан. Хәҙер ул яңғыҙ түгеллеген белә.
Алһыу МАРАТОВА.
Фото тәҡдим ителде.