+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Февраль 2023, 10:21

"Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн"

Фёдоровка районы Бала Сытырман ауылы ағинәйҙәре лә яугирҙәребеҙгә ярҙам акцияһынан ситтә ҡалманы.

"Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн"
"Барыһы ла фронт өсөн, барыһы ла еңеү өсөн"

Блиндаж шәмдәре  яһауға улар ҙур теләк менән, бөтә изге  уй-хистәрен һалып тотондо. "Ошо шәмдәргә беҙ бөтә күңел йылыбыҙҙы  һалдыҡ, уларҙың яу ҡырындағы шарттарҙа көнкүреш тормоштарын еңеләйтергә тырыштыҡ",- тип  был изге күңелле ҡатындар.

Эш аяттар уҡыу менән, йыр-моңға  үрелеп барҙы, ағинәйҙәр яугирҙәребеҙҙе еңеү менән тиҙ арала яҡындары, туғандары эргәһенә иҫән-имен әйләнеп ҡайтыуын теләне.

 

Фото һәм видеоларҙы "Ағинәйҙәр" тәҡдим итте.

Автор:Разина Акчурина
Читайте нас: