-3 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Апрель 2023, 12:15

Изге йөрәктәр һәм хәстәрлекле ҡулдар

Февраль башында Фёдоровка ауылының битараф булмаған ҡатын-ҡыҙҙары “Zа Победу” ирекмәндәр төркөмө ойошторғайны.

Изге йөрәктәр һәм хәстәрлекле ҡулдар
Изге йөрәктәр һәм хәстәрлекле ҡулдар

Улар фронтҡа 26 маскировка селтәре әҙерләп оҙатты. Ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ ваҡыттарын да, көстәрен дә йәлләмәй, алғы һыҙыҡтағы яугирҙәребеҙгә кәрәкле әйберҙәр әҙерләүен дауам итә.

Эш нисек башланды һуң?

Ауылдаш ҡатын-ҡыҙҙар командаһын булдырыу идеяһын район сыуаштарының “Канаш” төбәк йәмәғәт ойошмаһы рәйесе Анна Ремпель бирә. Ул таныштарына шылтырата һәм бары тик сыуаштар ғына йыйылыр, тип уйлай. Әммә күптәрҙең был командаға инеү теләге тыуа һәм күп милләтле коллектив барлыҡҡа килә. Бында, ғөмүмән, хаҡлы ялдағы кешеләр йыйылған. Активистарҙың береһе – Фёдоровка районы буйынса ЗАГС бүлеге етәксеһе Полина Акимовна Никифорова, ул Ватсапта төркөм булдырған.

“Интернатта беҙгә бүлмә бирҙеләр, бының өсөн учреждениеға рәхмәтлебеҙ. Тәүге осорҙа 10-12 кеше килде. Өйҙән һәр кем ҡараһыу, йәшел төҫтәге туҡымалар алып килеп, уларҙы таҫмаларға киҫеп, Мәләүез ҡалаһындағы “Йөрәк ҡушыуы буйынса” ирекмәндәр хәрәкәтенә илтеп тапшырҙыҡ, сөнки ул ваҡытта районыбыҙҙа бер кем дә маскировка селтәре бәйләмәй ине”, - ти Полина Акимовна.Тиҙҙән А. В. Ремпель менән П. А. Никифорова был эште үҙләштереү ниәте менән Мәләүез ирекмәндәренә барып, тәжрибә туплап ҡайта. Күнекмәләрен төркөмдөң ҡалған ағзалары менән уртаҡлашалар һәм бөтәһе лә был яңы һөнәрғә  тиҙ өйрәнә.

Уларҙың ҡулынан килмәгән эш юҡ

Был ирекмәндәр төркөмөндә А. Ремпель, Р. Лавреева, О. Батманова, Л. Голенастова, П. Никифорова, Т. Малахова, Р. Яҡупова, Т. Васенина, В. Астафьева, З. Манзурова, А. Репьева, Н. Усенко, В. Котова, Е. Афанасьева, Н. Агапова, А. Гераськина, Т. Семёнова, Н. Демидова, Н. Макарова, Е. Иванова, Л. Потапова, Н. Бабина, Н. Пьянзина, Р. Блинникова, В. Иванова, В. Блинникова, Л. Гусятникова, О. Феоктистова, А. Анискова, В. Денисова, Г. Афтаева, Л. Алексеева, Л. Петрова эшләй.

Оҫта ханымдар аҡса йыйып, селтәр һәм махсус туҡыма һатып алған. Шул ваҡыттан инде дөйөм эшкә бер нисә тапҡыр үҙ аҡсаларын индергәндәр. Кәрәкле әйберҙәр килгәс, эш бөтөнләй яйға һалынған. Тәүге осорҙа көнкүреш йорто бинаһында, “Һалдаттар өсөн тегәбеҙ” тегеү цехы эргәһендә эшләгәндәр, артабан, кеше күбәйгәс, айырым бина кәрәк тип тапҡандар. Улар Мәләүез “Башинформсвязь” йәмғиәтенең Фёдоровка участкаһының баш инженеры Р. Р. Кадировҡа мөрәжәғәт иткән. Ул идеяны хуплап, етәкселек менән килешеп, ирекмәндәргә иркен бүлмә биргән.

Хәҙер эш көйлө бара, берәүҙәр – төшкә тиклем, ҡалғандар төштән һуң килеп эшләй. Блиндаж шәмдәре лә яһайҙар, ә күптән түгел шлемдар ҙа яһай башлағандар. Уларҙы ныҡ ептән бәйләйҙәр, ә өҫтөнә һорғолт йәшел төҫтәге туҡыма беркетәләр. Команда дөйөм эшкә көсөн һалырға теләге булған һәр кемде үҙ сафына алырға шат.

Бихисап кеше һәм районыбыҙҙан ситтә йәшәгән яҡташтарыбыҙ материалдар алырға финанс яҡтан ярҙам күрһәтә. Яуаплы ханымдарҙың һәр бер тине иҫәптә, үҙ кассирын булдырғандар, хатта. Аҡсалата үҙ өлөшөн индереүселәрҙең исемлеге ҙур. Бындай ярҙамдары өсөн ирекмәндәр сик буйы ғәскәрҙәре ветераны И. Иманғоловҡа, “ҡыҙыу нөктәләрҙә” хәрби хәрәкәттәрҙә ҡатнашыусы Р. Баҡыевҡа, Александр һәм Марина Водопьяновтар ғаиләһенә, шулай уҡ Өфөнән Е. Кальметьеваға, Мәскәү ҡалаһынан С. Юрченкоға, Л. Гурьяноваға, Д. Васенинға, Л. Нестероваға, Р. Нурмөхәмәтоваға, А. Мусинға, Р. Шевыреваға, Н. Синеваға, Г. Качагинаға, Т. Черненкоға, Ф. Гәрәеваға, С. Рафиҡоваға, И. Ермолаеваға, Л. Голубничаяға, К. Мөхәмәтшинаға, Т. Васильеваға, Р. Хәбибуллинаға, Л. Синеваға, Т. Хәлитовҡа, Н. Барышниковаға, В. Артюшкинаға, Н. Семеноваға, Л. Киржаковаға, Г. Исхаҡоваға, Т. Кәримоваға, Н. Кузнецоваға, З. Самсоноваға, В. Маганёвҡа, А. Талаевҡа һәм спорт балыҡсылары төркөмөнә рәхмәтле.

“Әлеге ваҡытта күбебеҙҙең туғандары, яҡындары һәм таныштары Ватаныбыҙҙы неонацизмдан һаҡлай. Беҙ яһаған әйберҙәр техника һәм яугирҙәрҙе һаҡларға ярҙам итә. Дөйөм эш әсәйҙәрҙе, ҡатындарҙы, өләсәйҙәрҙе, апайҙарҙы берҙәм ирекмән төркөмөнә берләштерҙе. Беҙ яугирҙәребеҙгә Еңеүҙе яҡынайтыу өсөн ярҙамыбыҙҙы дауам итәсәкбеҙ”, - ти П. А. Никифорова.

Никахлашыу көнөнә бүләк

Күптән түгел махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларыбыҙҙың береһе, ялға ҡайтҡан ваҡытында һөйгәне менән никахлашҡан. ЗАГС бүлмәһендә ябай ғына тантанаҙан һуң, кейәү кешегә ирекмәндәр “Доғаларыбыҙ һәм шәфҡәтле ҡатын-ҡыҙҙар ҡулы менән бәйләнгән маскировка селтәре һеҙҙе һәм хеҙмәттәштәрегеҙҙе хәүефтәрҙән һаҡлаһын” тигән һүҙҙәр яҙылған маскировка селтәре бүләк иткән. Яугиребеҙ яҡташтарының бындай иғтибарына рәхмәт белдергән. Шул көндә кис ул йәнә хеҙмәткә киткән.

 

 

Фото П. НИКИФОРОВА тарафынан тапшырылды.

Изге йөрәктәр һәм хәстәрлекле ҡулдар
Изге йөрәктәр һәм хәстәрлекле ҡулдар
Изге йөрәктәр һәм хәстәрлекле ҡулдар
Автор:Елена Маганева
Читайте нас: