+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
16 Июнь 2023, 14:37

Йөрәк йылыбыҙҙы юллайбыҙ

Районыбыҙҙың бихисап кешеләре кеүек үк, беҙҙең балыҡлылар ҙа Украинала махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы Рәсәй һалдаттарына ярҙамда үҙ өлөштәрен индерергә теләй.

Йөрәк йылыбыҙҙы юллайбыҙ
Йөрәк йылыбыҙҙы юллайбыҙ

Ҡышын ҡатын-ҡыҙҙар  иләнгән ептән йылы ойоҡбаштар бәйләне, еп менән Балыҡлы ауыл биләмәһе хакимиәтенең эштәр идарасыһы Әнисә Латипова тәьмин итте. Бындай еп булмағанда ла улар эштәрен туҡтатманы, өйҙәренән һарыҡ, кәзә йөнөнән иләнгән ептәр алып килеп бәйләне. Миҙгел дауамында беҙ йылы ойоҡбаштар менән бихисап посылка оҙаттыҡ.

Ауыл мәҙәниәт йорто мөдире Рәйфә Рәхмәтуллина ошо бинанан иркен бүлмә тәҡдим итте һәм беҙ шунда йыйылышып эшләйбеҙ. Буш ваҡыттары булғанда үҙе лә, китапханасы Регина Шәрипова ла беҙгә ярҙам итә.

Әле беҙ маскировка селтәрҙәре үрәбеҙ. Бер төркөм  - төшкә тиклем, икенселәребеҙ төштән һуң йөрөйбөҙ. Селтәрҙәрҙе урынлаштырыу, эшләү  өсөн уңайлы урынды Илшат Рәхмәтуллин яһаны, уға ҡатын-ҡыҙҙарыбыҙ  бик тә рәхмәтле.

Был эштә ҡатнашыусылар бөтәһе лә бик әүҙем,яҡшы хәбәрҙәргә өмөтләнеп, һалдаттарыбыҙға сәләмәтлек теләп, башҡарған эштәре менән хәрби хәрәкәттәр тамамланыуға үҙ өлөштәрен индереүҙәренә өмөтләнеп, тырышып эшләйҙәр.

 

Ф. БУЛАТОВА, эште ойоштороусы.

Балыҡлы ауылы.

Автор:Гульрайхан Бакиева
Читайте нас: