+11 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Июль 2023, 13:24

Яугирҙәргә бергәләп ярҙам итәбеҙ

Яугирҙәргә бергәләп ярҙам итәбеҙ
Яугирҙәргә бергәләп ярҙам итәбеҙ

Күптән түгел “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе урындағы бүлексәһенең  М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабы Фёдоровка районы хакимиәте менән берлектә, сираттағы гуманитар йөкте оҙатты. Уны район хакимиәте башлығы урынбаҫары Э.Н. Сәлишев етәкләне. Бөтә йыйылған әйберҙәр әлеге ваҡытта Һамар ҡалаһы янында хәрби күнекмәләр үтеүсе ирекле батальондар яугирҙәренә тапшырылды.

 Күстәнәстәр, көнкүреш әйберҙәре, маскировка селтәрҙәре йыйған бөтә битараф булмаған халыҡҡа һәм ойошмаларға рәхмәт белдерәбеҙ. Шулай уҡ хәйриә фонды аҡсаһына, 250 мең һумдан ашыу суммаға, яугирҙәрҙең үтенесе буйынса кәрәкле кәрәк-яраҡтар, кейем-һалым, кәрәкле инвентарь һатып алынды,  штабтан һәр яугиргә посылка әҙерләнде.

 Туғандарынан посылкалар ҙа ҡабул ителде һәм йоҙатылды. Яҡындары алыҫта йәшәүсе йәки бөтөнләй булмаған яугирҙәр өсөн дә ауыл советтары ҡатнашлығында ауыл биләмәләрендә йәшәүселәр көсө менән дә шундай уҡ посылҡалар әҙерләнде.

Ярҙамығыҙ өсөн бөтәгеҙгә лә рәхмәт! Киләһе гуманитар йөктө августа оҙатырға планлаштырабыҙ. Гуманитар ярҙамды Фёдоровка ауылы, Ленин урамы, 44 адресы буйынса “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһе урындағы бүлексәһенең  М. Шайморатов исемендәге ирекмәндәр штабында ҡабул итәбеҙ. Ентеклерәк мәғлүмәтте 8(34746)2-27-33 телефоны буйынса белә алаһығыҙ.

Балалар ҡулы менән изге эштәр эшләнә

Фёдоровка 2-се мәктәбенең башланғыс кластарынан дүрт отряд, уҡытыусылар З. М. Иманғолова, З. М. Латипова, В. П. Савельева, О. Д. Шишкина, С. А. Елисеева, өлкән вожатый Л. И. Касмылина ҡатнашлығында “Ярҙам ҡулы” акцияһында ҡатнашты, уны эшҡыуар Гөлнаҙ Мөрсәлимова етәкселегендәге “Һалдаттар өсөн тегәбеҙ” ирекмәндәр тегеү цехында ҡатнашыусылар ойошторҙо.

Гөлнаҙ Рәшит ҡыҙы уларға маскировка селтәрен дөрөҫ бәйләү буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте. Балалар ҙур ҡыҙыҡһыныу менән махсус хәрби операцияла ҡатнашыусылар өсөн маскировка япмалары үрҙе.

Эш тамамланғас, ирекмән Гөлнаҙ акцияла ҡатнашыусы балаларға татлы күстәнәс таратты. Фёдоровка районы хакимиәте башлығы урынбаҫары, бизнес-шериф Андрей Гончаров та буш ҡул менән килмәгән, ул уҡытыусыларға һәм балаларға башҡарған эштәре өсөн рәхмәт йөҙөнән  соктар һәм сәк-сәк алып килгән.

“Балалар был эште бөтә күңел йылыһын, һөйөүен биреп башҡарғанға, яугирҙәребеҙҙе нығыраҡ ышыҡлар. Бындай селтәрҙәр хәрбиләрҙе дошман күҙенән һаҡларға ярҙам итер. Балалар үҙҙәренең ярҙамы еңеүҙе яҡынайтасағына ышана”, - тине көндөҙгө лагерь начальнигы Ольга Мазлова-Шкребель.

Н. ВЛАСОВА, “Берҙәм Рәсәй” фирҡәһенең урындағы бүлексә секретаре.

 

 

Читайте нас: