+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
28 Июль 2023, 11:29

“Иң мөһиме - ситтә ҡалмау!” - тип иҫәпләй редакция хеҙмәткәрҙәре

“Иң мөһиме - ситтә ҡалмау!” - тип иҫәпләй редакция хеҙмәткәрҙәре
“Иң мөһиме - ситтә ҡалмау!” - тип иҫәпләй редакция хеҙмәткәрҙәре

Махсус хәрби операция башланғандан алып, район гәзите редакцияһы коллективы яугирҙәргә кәрәкле ярҙам күрһәтеүҙән ситтә ҡалмай. Йыйылған аҡсалар иҫәбенә кәрәкле медикаменттар, газ горелкалары һәм баллонсыҡтар һатып алып, посылкалар ебәрҙек. Бер нисә тапҡыр райондың ярҙам хәйриә фондына аҡса йыйып тапшырҙыҡ. Ҡышын битараф булмаған хеҙмәткәрҙәребеҙ яугирҙәр өсөн йөн ойоҡбаш һәм йылы бирсәткәләр бәйләне. Редакция контрактсылар һәм отпускыға ҡайтҡан мобилизацияланыусылар менән осрашыуҙар үткәрә һәм улар тураһында мәҡәләләр баҫтыра. Яҙылыу кампанияһы ваҡытында “Яугир ғаиләһенә район гәзитен яҙҙыр” акцияһы ойошторолдо. Беҙгә ярҙам итеүселәргә ихлас шатбыҙ. Хәҙер район гәзитен махсус хәрби операцияла ҡатнашыусыларҙың бер нисә ғаиләһе ала. 

Республиканың бөтә гәзиттәр хеҙмәткәрҙәре, шул иҫәптән беҙ ҙә, БР “Республика Башкортостан” нәшриәт йорто дәүләт унитар предприятиеһы аша хәйриә фондына аҡса күсерҙек, уларға төрлө техник ҡорамалдар һатып алынды һәм ЛХР-ға гуманитар конвой оҙатылды.

Коллегабыҙҙың хәстәрлекле ҡулдары менән ете носилка тегелде һәм штапҡа тапшырылды. Тегеү өсөн материал етмәй, шуға күрә ҡараһыу (көрән, ҡара, ҡара-зәңгәр, йәшел)  төҫтәге тығыҙ туҡыма талап ителеүе тураһында  эш чаттарына яҙған. Коллегаларыбыҙ һәм мобилизацияланыусыларҙың яҡындары үҙҙәрендә булған туҡымаларҙы алып килә. Эш дауам итә.

“Билдәле бер мәлдә фронтта тыл ҡушылмайынса еңеү булмаясағы аңлашылды. Шуға күрә булдыра алғанса ярҙам итергә тырышабыҙ. Был, әлбиттә, ҙур ярҙам түгел, әммә ҡулыбыҙҙан килгәне”, – тип үҙ фекере менән уртаҡлашты икенсе хеҙмәткәр Саимә Абдуллина. Ул тегеү өсөн туҡыма тапшырҙы.

Иң мөһиме - ситтә ҡалмау! - Был, моғайын, бөгөнгө көндә яугирҙәребеҙгә ярҙам итергә теләүселәрҙең төп девизылыр.

 

 

Эльмира МӨХӘМӘТОВА.

Автор фотоһы.

 

Читайте нас: