+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
14 Август 2023, 14:31

Сашино ауылы зыяратына яңы ҡойма ҡойолдо

Сашино ауылы зыяратына яңы ҡойма ҡойолдо
Сашино ауылы зыяратына яңы ҡойма ҡойолдо

Республикабыҙҙа “Атайсал” проекты 2021 йылдан башланды. Был ваҡыт эсендә илдең башҡа төбәктәрендә йәшәгән яҡташтарыбыҙ тыуып үҫкән ерҙәрендә йәшәүселәрҙең көнүҙәк проблемаларын хәл итеп, байтаҡ файҙалы эштәр башҡара. Был башланғысты беҙҙең район халҡы ла хуплай. Һуңғы миҫал - Сашино ауылында уның ситтә йәшәгән халҡы зыяратҡа яңы ҡойма һәм ҡапҡа ҡуйған.

-Был теләгебеҙ күптәнән бар ине, - ти Алевтина Николаевна Репьева. – Былтыр бөтәбе ҙә яҡындарыбыҙ ҡәберенә килгән көндә, материал һатып алыу өсөн аҡса йыйырға һөйләштек. Халыҡ теләп риза булды һәм йыйылған аҡсаға тимер һатып алдыҡ. Анатолий Репьев улы Андрей менән бушҡа биҙәкле матур ҡапҡа яһаны, артабан уны тейешле урынына урынлаштырҙы. Троица байрамына зыяратҡа ҡилеүселәр ҡоймаға ла аҡса йыйырға һүҙ ҡуйышты. Тимер секцияларҙы Ырымбур ҡалаһынан Сергей һәм Александр Синёвтар үҙ машиналарында алып ҡайтты. Тимер бағаналарҙы Мәләүездән һатып алып, кәрәкле үлсәмдә киҫеп буяныҡ.

Бөтә нимә лә әҙер булғас, зыяратта өмә ойошторғандар. Йәше лә, ҡарты ла тырышып, берҙәм эш башҡарған. Сашино ауылында тыуып үҫеп, әлеге ваҡытта Тәнәйҙә йәшәүсе 85 йәшлек Николай Константинович Семёнов та изге эштән ситтә ҡалмаған, хатта.

Быйыл йәй яҡташтар башлаған эште дауам итеү өсөн, йәнә аҡса йыйырға ҡарар иткән. Тәнәй ауыл биләмәһе хәкимиәте лә үҙ өлөшөн индергән, биләмә башлығы Михаил Петрович Храмов бағымсы ла тапҡан (“Искра” йәмғиәте етәксеһе М. Р. Начкебия), ул 84 мең һум аҡса бүлгән. Был аҡсаға шулай уҡ кәрәкле материалдар һатып алғандар һәм өмә яһап, ике көндә яңы ҡойманы яһап та ҡуйғандар.

Бына шулай, “түбәндән”инициативалы төркөм арҡаһында, тағы ла бер проблема хәл ителгән.

 

 

Галина БАТМАНОВА.

Читайте нас: