+9 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Файҙалы эштәр йылы
13 Октябрь 2023, 14:25

Яугирҙәргә – ярҙам, тәбиғәткә һаҡсыллыҡ күрһәтәләр

Яугирҙәргә – ярҙам, тәбиғәткә һаҡсыллыҡ күрһәтәләр
Яугирҙәргә – ярҙам, тәбиғәткә һаҡсыллыҡ күрһәтәләр

“Һалдаттар өсөн тегәбеҙ” цехы ирекмәндәренең береһе ғаиләһе менән Һабантуй тауына бәшмәк йыйырға барғас, ундағы сүп-сарҙы күреп аптыраған. Бөтәһенең дә машинаһы бар, килеп, ултырып ял иткәндән һуң, һәр кем үҙ артынан йыйыштырырға тейештер, моғайын! Ғаилә бәшмәк йыйғандан һуң, урманға ла рәхмәт йөҙөнән хәстәрлек күрһәткән - сүп-сарҙан таҙартҡан. Тик тоҡтар аҙ, ә сүп күп булғанлыҡтан, бөтәһен дә йыйып бөтөрә алмағандар. Шуға күрә икенсе көндә цехта ирекмәндәргә “Урман санитарҙары” акцияһын үткәрергә тәҡдим итте. Ҡатын-ҡыҙҙар был тәҡдимде хуплап, ошо территорияла өмә ойошторорға булды.
Файҙалы эште күңелле эш менән берләштерергә уйлап һәм, быға тиклем ГТО тапшырған ирекмәндәр, йәштәр эштәре һәм спорт комитетына мөрәжәғәт итте. Уның рәйесе Ғәлинур Рамаҙанов уларҙың таяҡтар менән йөрөү техникаһын өйрәнеү идеяһын хупланы һәм ярҙамын тәҡдим итте: скандинав йөрөшө буйынса оҫталыҡ дәресе күрһәтте, консультация бирҙе, бөтә сүпте сығарырға ярҙам итте һәм тәбиғәт һаҡсылары менән спорт конкурстары үткәрҙе. Призлы урындар яуласы ханымдарға бүләктәр тапшырҙы, цех та иғтибарҙан ситтә ҡалманы – бөтә коллектив өсөн айырым бүләк бирҙе.
Һауа торошо ла был көндә аяҙ, йылы булды, ирекмән ханымдар көҙгө сағыу төҫтәргә мансылып ултырған урман фонында бер нисә фото ла эшләне. Бөтә ҡатнашыусылар ҙа һөҙөмтәле эштәренән ҡәнәғәт булып, ыңғай тәьҫораттар, артабан эшләү һәм махсус хәрби операцияла ҡатнашыусы егеттәребеҙгә еңеү хаҡына ярҙам итеү өсөн көс-ҡеүәт алып ҡайтты.

 

Г. МӨРСӘЛИМОВА.

Фото тәҡдим ителде.

Читайте нас: