+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Октябрь 2017, 17:26

02 хәбәр итә

1-30 сентябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районы буйынса бүлексәһенең дежур часына енәйәттәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм хәл-ваҡиғалар тураһында 184 хәбәр килде.

1-30 сентябрҙә Рәсәй Эске эштәр министрлығының Фёдоровка районы буйынса бүлексәһенең дежур часына енәйәттәр, административ хоҡуҡ боҙоуҙар һәм хәл-ваҡиғалар тураһында 184 хәбәр килде.

Административ яуаплылыҡҡа 105 кеше тарттырылды, йәмәғәт урындарында спиртлы эсемлектәр эскән өсөн-5, йәмәғәтселек урындарында иҫерек килеш йөрөгән өсөн-41, ата-әсә бурысын үтәмәгән өсөн- 20, бәлиғ булмағандарҙы спиртлы эсемлектәр эсеүгә йәлеп иткән өсөн-2, туҡмаған өсөн-1, полиция хеҙмәткәрҙәренә буйһонмаған өсөн-3, алкоголь продукцияһын законһыҙ һатҡан өсөн-1.

13 енәйәт эше ҡуҙғатылды: урлашҡан өсөн-6, сәләмәтлеккә ҙур зыян килтергән өсөн-1, үлтереү менән янаған өсөн-1, мутлашҡан өсөн-2, зыян күреүселәр булған юл-транспорт фажиғәһе яһаған өсөн-1.

Сентябрҙә генә Балыҡлы ауыл советы ауыл биләмәһе территорияһында РФ Енәйәттәр тураһында кодексының 158 статьяһы буйынса (урлашыу) 2 енәйәт эше ҡуҙғатылды. Шулай, 31 августа гражданин Ш. граждандар Д.,В., И. менән спиртлы эсемлектәр эскәндән һуң сит кешенең милкен урлашыу ниәте менән гражданин Д.-ның 5400 һумлыҡ электр ҡоралдарын урлаған. Гражданин В. артабан урланған милек менән үҙе теләгәнсә эш иткән. Был факт буйынса енәйәт эше судҡа йүнәлтелде, бер нисә мәртәбә хөкөм ителгән гражданин Ш. йәнә язаға тарттырыласаҡ.

Халыҡтың иғтибарын үҙ милкенең һаҡлаулы булыуын тәьмин итеүгә йүнәлтәбеҙ, сөнки битараф булыу енәйәтселәргә уңайлы ғына. Урланған әйберҙе һәр саҡта ла кире ҡайтарып булмай, ул йыш ҡулланыуҙа булып ватылған килеш ҡайтартылырға мөмкин. Шуға ла милкегеҙҙе һәм нервығыҙҙы һаҡлағыҙ, төнгөлөккә хужалыҡ ҡоролмаларын һәм аҙбарҙарығыҙҙы бикләгеҙ, автотранспортығыҙҙы гаражға йәиһә ихата эсенә индерегеҙ, малдарығыҙҙы төнгөлөккә бәйҙә, яланда ҡалдырмағыҙ. Сөнки юғалтҡан малды эҙләүгә ҡарағанда, уларҙы һаҡлауы еңелерәк.

Мәғлүмәт итеп граждандарға шуны ла хәбәр итәбеҙ: ҡануниәттә үҙгәрештәр булыу сәбәпле, әгәр кемдер кемделер туҡмай икән, тәү мәртәбә уға ҡарата административ хоҡуҡ боҙоу тураһында эш ҡуҙғатыла, ә инде бер йыл эсендә бындай енәйәт ҡабатланһа, ул саҡта Рәсәй Федерацияһы Енәйәттәр тураһында кодексының 116 статьяһы буйынса енәйәт эше ҡуҙғатыла. Шуға ла бәхәс килеп тыуғанда йоҙроҡ һелтәргә яратҡан граждандарға уйлап эш итергә кәрәклеген әйтәбеҙ, сөнки хөкөм ителеүҙең киләсәктә ниндәй һығымталарға килтереүе хаҡында беҙ яҙғайныҡ инде.


Анализ, планлаштырыу, контроль һәм мәғлүмәт менән тәьмин итеү төркөмө.


Читайте нас: