+13 °С
Болотло
Бөтә яңылыҡтар
Кеше һәм закон
20 Октябрь 2017, 17:24

Алты ҡап тәмәке күпме тора?

Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш район-ара суды тарафынан элек тә бәлиғ булмағандарҙы енәйәткә алдан ҡотортоп, йәлеп итеп, сит кешенең милкен урлашыу төрөндәге енәйәт ҡылған өсөн хөкөмгә тарттырылған Моховҡа ҡарата енәйәт эше асылды.

Башҡортостан Республикаһы Стәрлебаш район-ара суды тарафынан элек тә бәлиғ булмағандарҙы енәйәткә алдан ҡотортоп, йәлеп итеп, сит кешенең милкен урлашыу төрөндәге енәйәт ҡылған өсөн хөкөмгә тарттырылған Моховҡа ҡарата енәйәт эше асылды.

Иҫерек Мохов спирт-лы эсемлектәр эскәндә кеше милкен урлашыуға йүнәлтелгән яуыз ниәт менән өс егеткә районыбыҙ эшҡыуарҙарының береһенең магазинынан тауар урларға тәҡдим итә.

Мохов урлашыуҙа ҡатнашыусылар араһында ролдәрҙе бүлеп бирә: уның буйынса ул үҙе менән алып килгән ҡоралдар ярҙамында быяла пакетын ватмайынса, тәҙрәне асырға, гражданин Н. асыҡ тәҙрәнән магазинға инеп, М.-ға тауар бирергә тейеш була. Мохов үҙе һәм гражданин В. магазиндан ситтәрәк баҫып, тирә-яҡты күҙәтергә һәм сит кешеләр килеп сыҡҡанда, енәйәт ҡылыусыларға хәбәр итергә тейеш була.

Бер нисә шешә һыра һәм төрлө сортлы тәмәке урлайҙар.

Эшҡыуарға 1652 һумлыҡ зыян килтерелә.

Бәлиғ булмағандарға ҡарата енәйәт эше ике яҡтың да килешеүе арҡаһында туҡтатыла.

Шулай, суд Моховтың бәлиғ булмағандарҙа енәйәт ҡылыуға уҫал ынтылыш һәм енәйәтселек юлы менән әйберле булыу ниәтен уятып, енәйәт ҡылыуға йәлеп итеүен иҫбатланы.

Суд тарафынан Моховты РФ Енәйәттәр тураһында кодексының 158 статьяһы 2 өлөшө, “а, б”пункттарында һәм РФ Енәйәттәр тураһында кодексының 150 статьяһы 1 өлөшөндә ҡаралған енәйәттәрҙә ғәйепле тип таныу тураһында хөкөм ҡарары сығарылған, быға тиклемге хөкөм язаһының туҡтатылыуын иҫәпкә алып, дөйөм режимдағы холоҡ төҙәтеү колонияһында 5 йыл да алты айға иркенән мәхрүм итеү төрөндә яза бирелде. хөкөм законлы көсөнә инде.

О. МАЛАХОВА,

судья ярҙамсыһы.

Фамилиялар үҙгәртелде, тура килеүҙәр булыуы ихтимал.
Читайте нас: